Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ЫРЫМБУР ГУБЕРНАҺЫНЫҢ ТӘБИҒИ РАЙОНДАРЫ”

Просмотров: 168

“ЫРЫМБУР ГУБЕРНАҺЫНЫҢ ТӘБИҒИ РАЙОНДАРЫ” (“Естественные районы Оренбургской губернии”), С.С.Неуструевтың монографияһы, Ырымбур ҡ. нәшер ителгән (1918). Ырымбур губернаһының ландшафтарын өйрәнеү б‑са тәүге геогр. яҙма, физик‑географик районлаштырыуға нигеҙ булып торған хеҙмәт. 1915—17 йй. Ырымбур губ. тәбиғи һәм тарихи яҡтан өйрәнеү өсөн ойошторолған экспедицияның материалдары һ.б. әҙәбиәт нигеҙендә яҙылған. 2 бүлектән һәм ҡушымтанан тора: “Ырымбур губернаһы ландшафтарының элементтары” бүлегендә геол. төҙөлөшкә, рельефҡа, файҙалы ҡаҙылмаларға, климатҡа, һыуға, тупраҡҡа, үҫемлектәр донъяһына характеристика, география фәне булараҡ ландшафт т‑да төшөнсә бирелгән, ландшафтарҙың килеп сығышы, үҙенсәлектәре, үҙ‑ара бәйләнеше, айырым элементтарын бүлеү законлыҡтары ҡаралған; “Ырымбур губернаһының бүленеше” бүлегендә ландшафтарға хас булған билдәләр б‑са бүленгән Ырымбур губ. тәбиғи‑геогр. өлкәләре һәм райондары т‑да яҙылған. 3 геогр. өлкә билдәләнгән: Урал ҡал­ҡыулығы, Көнбайыш Ырымбур Урал яны, Көнсығыш Ырымбур Урал алды (Урал аръяғы); өлкәләр 17 районға бүленгән, улар эсендә рельеф, үҫемлектәр донъяһы һәм тупраҡ айырма­лыҡтарына бәйле төбәктәр айырылған. Үҙләштерелгән терр‑яларға комплекслы физик‑геогр. характеристика бирелгән, кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге ландшафтарҙың торошона тәьҫир итеүе баһаланған. Ҡушымтала таблицалар, геогр. терминдары һүҙлеге, автор тарафынан төҙөлгән Ырымбур губ. тәбиғи физик‑геогр. райондары картаһы бирелгән. Хәҙ. Башҡортостан терр‑яһы түбәндәге райондар сиктәрендә урынлашҡан: Урал ҡалҡыулығының тәпәш тауҙар теҙмәһе һәм ҡалҡыу тигеҙ өлөшө, Көнбайыш Урал янының тау янындағы урман‑далаһы, Ирәндек, Ырымбур далаларының үҙәге, Урал‑Мейәс тау алды, уртаса ҡара тупраҡлы Урал аръяғы.

1949 й. “П.И.Рычков, Э.А. Эверсманн һәм С.С.Неуструев хеҙмәттәрендә Ырымбур далалары” (“Оренбургские степи в трудах П.И.Рычкова, Э.А.Эверсманна и С.С.Неуструева”) китабына индерелгән. 1959 й. Ф.Н. Мильков редакцияһында инеш мәҡәлә, аңлатмалар һәм өҫтәмәләр м‑н яңынан нәшер ителгән.

И.М.Япаров

Тәрж. А.Н.Күсеев 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019