Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘМИРОВ Алмас Хәдис улы

Просмотров: 1012

ӘМИРОВ Алмас Хәдис улы (6.5.1968, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Ахун а.), актёр. БР‑ҙың халыҡ (2004) һәм атҡ. (1999) артисы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1991; Р.В.Исрафилов курсы) БАДТ актёры. Сәнғәтенә сағыу комедия ролдәре, тәьҫирлелек, образдарҙы нескә соц. характер м‑н сағылдырыу хас. Төп ролдәре: Диуана (“Ай тотолған төндә”; дебют, 1991), Морис Ляппен (“Минең ҡатынымдың исеме Морис”, Р.Шарт), Мәсем хан (“Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға”,Т.Х.Ғарипова),Хардинг(К.Кизиҙың “Кәкүк ояһы” романы б‑са А.Ә.Абушахмановтың ш. уҡ исемле спектакле) һ.б. Иң күренекле эштәренең береһе булып А.Кивиряхктың “Әлифбанан бер себеш” моноспектаклендә Мәүлит роле тора. Кинола ролдәре: Водитель (“Быяла юлсы”, 1996), Рәйес (“Ауыл өҫтөндә йәйғор”, 2000), Әхәт (“Сөмбөлдөң етенсе йәйе”, 2002; бөтәһе лә — “Башҡортостан” к/ст); т/ф — Рубин Мәғәсүмов (“Ай ҡыҙы”, 2002; “Башҡортостан” ДТРК) һ.б. Ш.Бабич ис. пр. лауреаты (2003).

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019