Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘМИРОВ Ғилван Ғилмитдин улы

Просмотров: 725

ӘМИРОВ Ғилван Ғилмитдин улы (12.5.1916, Өфө – 1.6.1991, шунда уҡ), кинооператор. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1977), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1948). Кинематографсылар союзы ағзаһы (1958). “Востоккино” Ялта кинофабрикаһы ҡарамағындағы фабрика‑техник курстарҙы тамамлаған (1932; етәксеһе Н.Д.Анощенко). 1933—41 йй. СССР ХКС ҡарамағындағы Кинематография эштәре б‑са ком‑ттың Өфө кино­хроника студияһы кинооператоры ассистенты. Б.В. һуғышы йылдарында 2‑се Украина фронтында хәрби кинооператор була. 1948 й. алып Куйбышев кинохроника студияһының Өфө хәбәрселәр пункты операторы һәм нач., 1956 й. — Свердловск фәнни‑популяр һәм хроникаль фильмдар к/ст Өфө хәбәрселәр пункты, 1965—76 йй. БАССР МС ҡарамағындағы ТВ һәм радиотапшырыуҙар ком‑ты операторы. Ә. Румыния, Венгрия, Болгария, Югославия һ.б. илдәр терр‑яһында барған һуғыш эпизодтарын кәүҙәләндергән фронтта төшөрөлгән сюжеттары күп сериялы “Бөйөк Ватан һуғышы” (“Великая Отечественная”; СССР—АҠШ производствоһы, 1979) эпопеяһына индерелә. “Совет Башҡортостаны” (“Советская Башкирия”; 1948), “Дала батыры” (“Степной батыр”; 1960) хроникаль‑документаль фильмдар операторы. Ә. Башҡортостан т‑дағы киносюжеттары “Волга буйы” (“Поволжье”), “Совет Уралы” (“Советский Урал”), “Көн яңылыҡтары” (“Новости дня”) киножурналдарында; “Беҙ һүрәт төшөрәбеҙ” (“Мы рисуем”; 1965), “Колхоз экономисы” (“Экономист колхоза”; 1966), “Шаян дельфин” (“Весёлый дельфин”; 1966), “Урал – шифалы яҡ” (“Урал — край лечебный”), “Шоңҡар” (“Шункар”; икеһе лә — 1969) һ.б. т/ф – Үҙәк телевидение б‑са күрһәтелә.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.04.2023