Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫРЫМБУР ЙӘШЕРЕН ЙӘМҒИӘТЕ, ижт. ойошма

Просмотров: 437

ЫРЫМБУР ЙӘШЕРЕН ЙӘМҒИӘТЕ, ижт. ойошма. 1813 й. тирәһендә Ырымбур ҡ. масон түңәрәге булараҡ барлыҡҡа килә. 1822 й. масонлыҡ хөкүмәт тарафынан тыйылғандан һуң йәшерен эшмәкәрлеккә һәм дворяндарҙың һул радикализмы позицияһына күсә. Ы.й.й. декабристарға ҡушыла, идея үҫеше тыныс мәғрифәтселектән дәүләт ҡоролошон мотлаҡ үҙгәртеүҙе таныуға табан бара. Йәмғиәттә 30‑ҙан ашыу офицер, урта һәм түбән ҡатлам чиновниктар була. Ойошманың маҡсаты: монархия идараһын бөтөрөү, эш хаҡын арттырыу, тән язаларынан баш тартыу һәм түбән чиндар өсөн хеҙмәт ваҡытын ҡыҫҡартыу, башҡорттар, Ырымбур һәм Урал казактары, крәҫтиәндәр һәм һалдаттар ярҙамында ҡораллы ихтилал ойоштороу. Ырымбурҙа власты ҡулға алыу һәм Ҡазанға табан хәрәкәт итеү планы эшләнә, хөкүмәткә ҡаршы сығыштарҙа ҡатнашҡан өсөн Ырымбур губернаһына һөргөнгә ебәрелгәндәр м‑н бәйләнеш урынлаштырыла. 1827 й. апр. йәмғиәт ағзаһы И.И.Завалишин ярҙамында фашлана. 8 кеше (ш. иҫ. Завалишин, ул йәмғиәтте ойоштороуҙа ғәйепләнә) суд яуаплылығына тарттырыла. Хәрби министрлыҡтың Николай I раҫлаған ҡарарына ярашлы Ы.й.й. ағзалары Х.М.Дружинин, Завалишин, В.П.Колесников, Д.П.Таптиков дворян дәрәжәһенән мәхрүм ителә һәм Себергә һөргөн эштәренә, В.В.Ветошников, С.Дыньков, И.М.Старков, А.Г.Шестаков һалдат дәрәжәһенә төшөрөлә һәм Кавказ корпусына хәрби хеҙмәткә ебәрелә. Рәйестәре: П.Е.Величко (1813 й. алып), П.М.Кудряшёв (1821 й. алып).

Әҙәб.: Из истории общественно‑политического движения в России первой четверти XIX века: документы //Советские архивы. 1970. №1.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019