Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘМИРХАНОВ Дамир Вилдан улы

Просмотров: 327

ӘМИРХАНОВ Дамир Вилдан улы (20.6.1947, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Өйҙөрәкбаш а.), энтомолог. Биол. ф. д‑ры (1995), проф. (1996). БДУ‑ны тамамлаған (1973). 1975—81 йй. Башҡ‑н урман тәж. ст. эшләй. 1982 й. алып Биохимия һәм цитохимия бүлегендә: 1984 й. башлап өлкән, 1987 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 1988 й. — лаб. мөдире; 1995—2010 йй. БДАУ‑ҙа уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре ғәмәли энтомология, ҡоротҡос бөжәктәрҙән үҫемлектәрҙе һаҡлау проблемаларына арналған. Ә. ҡатнашлығында ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары м‑н көрәштә тәбиғи биологик актив матдәләр файҙаланып экологик яҡтан хәүефһеҙ ысулдар, бал ҡорттарыныңҡылыҡ реакцияларын көйләү өсөн феромондар ҡулланыу алымдары эшләнә. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Исследование биологической активности диспарлюра и перспективы его использования для надзора за непарным шелкопрядом //Лесоводство и лесозащита в Башкирии. М., 1981; Резистентность колорадского жука к инсектицидам и возможности управления ею //Агрохимия. 1994. № 7—8.

Р.Х.Ғиниәтуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019