Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫРЫМБУР КАДЕТ КОРПУСЫ

Просмотров: 100

ЫРЫМБУР КАДЕТ КОРПУСЫ, 1887 й. Ырымбур хәрби прогимназияһы базаһында 2‑се Ы.к.к. булараҡ ойошторола. 3 ротанан һәм әҙерлек класынан торған. Башлыса Төркөстан хәрби округында хеҙмәткә офицерҙар әҙерләгән. Хәрби һәм строевой әҙерлектән тыш, дөйөм белем биреү предметтары уҡытылған. 1894 й. беренсе сығарылыш була. 1918 й. июлендә Ы.к.к. үҙенән‑үҙе тарала, 1919 й. ғин. ҡалған кадеттар Иркутск кадет корпусына күсерелә. Корпус нач.: ген.‑майорҙар И.А.Боголюбов (1887—91), М.Е.Дерюгин (1891—99), Н.А. Линевич (1899—1902),В.Н.Григоров (1902—11), А.К.Әхмәтов (1911—18).

Әҙәб.: Дерюгин М.Е. Второй Оренбургский кадетский корпус (1887—1894) в ряду других военно‑учебных заведений. СПб., 1894.

В.Г.Семёнов, В.П.Семёнова, М.Н.Фәрхшатов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019