Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫРЫМБУР КАЗАК ҒӘСКӘРЕ

Просмотров: 628

ЫРЫМБУР КАЗАК ҒӘСКӘРЕ, 1746 й. императрица Елизавета Петровна указы м‑н Ырымбур губернаһында Ырымбур регуляр булмаған корпусы (ҡара: Иррегуляр ғәскәр­ҙәр) булараҡ ойошторола, 1755 й. алып Ы.к.ғ. Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итеүгә тәғәйенләнгән. Ы.к.ғ. Ырымбур хәрби губернаторына, 1882 й. башлап Ҡазан хәрби округы командующийына буйһонған. Үҙәге — Ырымбур ҡалаһы. Ғәскәр 7,45 млн дисәтинә ер биләгән. 1798 й. алып Ы.к.ғ. терр‑яһы 5 кантонға һәм Ырымбур мотлаҡ полкына, 1840 й. башлап 10 полк округына, 1867 й — 3 бүлеккә (Верхнеурал, Ырымбур һәм Троицк) бүленгән, 1917 й. Силәбе бүлеге өҫтәлгән. 18 б. уртаһында Ы.к.ғ. 2 мең кеше,19 б. уртаһында — 200 меңгә яҡын, 1917 й. 533 мең кеше (урыҫтар 87%, татарҙар 6,5%, нуғайбәктәр 3%, башҡорттар 1%) иҫәпләнгән. Ырымбур регуляр булмаған корпусына командир, Ы.к.ғ. — ғәскәри атаман, 1822 й. алып командующий, 1840 й. — наказлы атаман, 1865 й. башлап Ырымбур губернаторы, ул ш. уҡ наказлы атаман булған, етәкселек иткән. Идара Неплюев кадет корпусы һәм Ырымбур казак хәрби училищеһы әҙерләгән армия һәм казак штаб‑офицерҙарынан торған. Һуғыш ваҡытында ғәскәр — 20 атлы полк һәм 9 артиллерия батареяһы, тыныс ваҡытта 10 атлы полк һәм 3 артиллерия батареяһы ҡуйған, Мәскәү, Түб. Новгород, Ҡазан һ.б. ҡалаларҙа полиция хеҙмәтен алып барған. Ы.к.ғ. Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75), рус‑швед һуғышында (1788—90), 1807—12 йй. рус‑төрөк һуғышында (2 алты сотнялы полк), Ватан һуғышында (1812) һәм рус армияһының сит илгә походтарында (1813—14), рус‑төрөк һуғышында (1828—29), 1830—31 йй. поляк ихтилалын (2 биш сотнялы полк), ихтилалды (1835) һәм 1844 й. ҡаҙаҡ ихтилалын баҫтырыуҙа, Хиуа походында (1839—40), Коканд походтарында (1852, 1853), 1864— 81 йй. Төркөстан походтарында (айырым сотнялар һәм 4 батарея), 1885 й. Памир походында (4 сотня), рус‑япон һуғышында (1904—05), Беренсе донъя һуғышында һәм Граждандар һуғы­шында ҡатнашҡан. РСФСР ХКС‑ының 1920 й. декреты м‑н Ы.к.ғ. бөтөрөлә. Ы.к.ғ. атамандары: В.И.Могутов (1748—78), С.Ф.Кирсанов (1778—81), А.А.Углицкий (1778; 1781—94; 1798— 1808), Д.А.Гранкин (1794—95), В.Уваров (1795—97), В.А.Углицкий (1808—11; 1815—22), М.А.Углицкий (1812—15), Е.Н.Тимашев (1822—30), А.Г.Энгельгардт (1831—34), А.А.Гельд (1835 й. ғин.—июле), Н.В.Шуцкой (1835—40), В.П.Молостов (1840—41), Н.Е.Цукато (1841— 48), Г.В.Жуковский (1849—52), И.В.Падуров (1834; 1853—59), И.А.Толстой (1859—63), П.В.Зворыкин (1863—65), Е.И.Зенгбуш (1865; 1875—78), К.Н.Боборыкин (1865—75), М.И.Астафьев (1878—84), Н.А.Маслаковец (1884—92), В.И.Ершов (1892—99), Я.Ф.Барабаш (1899—1906), Ф.Ф.Таубе (1906 й. апр.—нояб.), В.Ф.Ожаровский (1906—11),Н.А.Сухомлинов (1911—15), В.В.Сахаров (1915 й. авг.—сент.), М.С.Тюлин (1915—17), Н.П.Мальцев (1917 й. апр.—окт.), А.И.Дутов (1917—21).

Әҙәб.: Стариков Ф.М. Историко‑статистический очерк Оренбургского казачьего войска. Оренбург, 1891; Абрамовский А.П., Кобзов В.С. Оренбургское казачье войско в трёх веках. Челябинск, 1999.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019