Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘНӘС, Миәкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 322

ӘНӘС, Миәкә р‑нындағы ауыл, Миәкәбаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 13 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 52 км алыҫлыҡта Миәкә й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 2167 кеше (2‑се Миәкәбаш а. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған); 1920 – 2467; 1939 – 723; 1959 – 1230; 1989 – 962; 2002 — 938; 2010 – 921 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1767 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Илекәй‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. 1770 й. килешеү б‑са бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәрҙең яңы төркөмө, 1811 й. – мишәрҙәр күсеп ултырған. 1795 й. 303 ир‑ат иҫәпкә алынған; 1865 й. 204 йортта 1224 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, балта эше, сана яһау, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, уч‑ще, 3 тирмән булған. 1906 й. 2 мәсет, урыҫ‑татар мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ә. 20 б. башында нигеҙләнгән Миәкәбаш а. (исеме гидронимдан алынған) ҡушылғандан һуң Миәкәбаш булараҡ иҫәпкә алынған. 2009 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. М.А.Йәмилев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019