Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘНӘС, Ч а к и ‑Ә н ә с, Илеш р‑нындағы ауыл

Просмотров: 377

ӘНӘС, Ч а к и ‑Ә н ә с, Илеш р‑нындағы ауыл, Андреевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 32 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 139 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 194 кеше; 1920 – 247; 1939 – 391; 1959 – 571; 1989 – 396; 2002 – 330; 2010 – 324 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Андреевка урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Ош Виче Сем” мари халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Гәрәй улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1746 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са бында мариҙар килеп ултырған). 1795 й. 64 кеше йәшәгән, 1865 й. 14 йортта – 87 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 20 б. уртаһында Ә. Чаки а. (1834 й. алып Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендәнигеҙләнгән мари ауылы булараҡ билдәле) ҡушылған. Ауыл эргәһендә Әнәс ҡаласығы урынлашҡан.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019