Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘНӘС ҠАЛАСЫҒЫ

Просмотров: 364

ӘНӘС ҠАЛАСЫҒЫ, б.э.т.5—4бб.— б.э. 2 бб. археологик ҡомартҡыһы. Илеш р‑ны Әнәс а. төньяҡ ситендә Ағиҙел й. бейек һул ярында урынлашҡан. 1956 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1971—73 йй. БДУ экспедицияһы (етәксеһе В.А.Иванов) тикшерә. 232 м2 ер ҡаҙылған. Ҡаласыҡ (оҙонлоғо 130 м, киңлеге 70 м) көньяҡтан ярым түңәрәк ур (киңлеге 10 м, оҙонлоғо 100 м, бейеклеге 1 м) һәм соҡор м‑н уратып алынған. Ур ағас нигеҙгә ҡоролған һәм өҫтән яндырылған балсыҡ м‑н нығытылған. Керамика типологик яҡтан Ананьин мәҙәниәтенәһәм Пьяный Бор мәҙәниәтенә бүленә. Ҡаласыҡта һөйәктән эшләнгән әйберҙәр, балсыҡ орсоҡбаштар һәм кеше фигуралары, металл иретеү өсөн тигелдәр, шлак табылған. Ҡомартҡы Көньяҡ Уралға фин‑уғыр ҡәбиләләренең килеп ултырыу процесын сағылдыра. Ә.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

В.А.Иванов Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019