Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫРЫМБУР КАЗАК ХӘРБИ УЧИЛИЩЕҺЫ

Просмотров: 369

ЫРЫМБУР КАЗАК ХӘРБИ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1867 й. Ырымбур округ юнкер уч‑щеһы булараҡ асыла; 1909 й. алып Ы.к.х.у. 1917 й. дек. — 1918 й. июлендә Уральск ҡ., 1918 й. авг. — 1919 й. ғин. Ырымбур ҡ., февр. башлап Иркутск ҡ. урынлашҡан. Кубань, Ырымбур, Терек, Урал казак ғәскәрҙәре аҡсаһына тотола, юнкерҙарҙы уҡытҡанда Аҡтүбә нығытмаһы файҙаланыла. 1914 й. 3 меңгә яҡын подхорунжий әҙерләнә. Тамамлаусылар араһында И.Д.Каширин, Н.Д.Каширин, Ф.Е.Махин һ.б. бар. 1917—18 йй. ҡышында уҡытыусыларҙың һәм юнкерҙарҙың бер өлөшө Ырымбурҙы Ҡыҙыл гвардия отрядтарынан обороналауға ебәрелә. Училище 1920 й. ғин. таратыла. Училище нач.: полк. В.П.Котов (1868—70), В.А.Потто (1870—81), Ф.К.Гершельман (1881—85), М.А.Козловский (1885—90), Э.С.Муромцев (1890—95), В.В.Григоров (1895—1902), ген.‑лейт. М.Г. Михеев (1902—08, 1911—14), полк. К.М. Слесарёв (1908—11).

А.Р.Вәлиуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019