Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘҢГӘСӘК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 302

ӘҢГӘСӘК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Әңгәсәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 121 км алыҫлыҡта Әңгәсәк й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 595 кеше; 1920 – 866; 1939 – 1079; 1959 – 730; 1989 – 1844; 2002 – 1904; 2010 – 1850 кеше. Урыҫтар, мариҙар йәшәй (2002). Әңгәсәк урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (“Рябинушка” халыҡ вокаль ансамбле), китапхана, мәсет, сиркәү бар.

Ауылға 17 б. аҙ. Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ҡазан өйәҙе Дыуанаҡ а. крәҫтиәндәре Әңгәсәк Заводы исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 59 кеше иҫәпкә алынған (ш. уҡ мари типтәрҙәре билдәләнгән). 1865 й. (хәҙ. исемдә) 56 йортта 390 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, арба яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Часовня, 2 һыу тирмәне, 2 ти­мерлек булған. Шулай уҡ Урыҫ Әңгәсәге булараҡ теркәлгән. 1906 й. 4 һыу тирмәне, 3 бакалея кибете, мөгәзәй булған. 60‑сы йй. һуң Ә. Анастасьино (19 б. 1‑се ярт. тайный советник А.Е.Жадовский имениеһы булараҡ нигеҙләнгән) һәм Черемис (Мари‑) Ә. (19 б. аҙ. Ә. ауылы кешеләре тарафынан нигеҙ һалынған бүлендек ауыл) ауылдары м‑н ҡушылған. Ауыл эргәһендә Әңгәсәк ҡәберлеге урынлашҡан, Ҙур һәм Бәләкәй Ялан күлдәре (ҡара: Ялан заказнигы), ҡарағай урмандары – тәбиғәт ҡомартҡылары.

Ф.Ғөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019