Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘҢГӘСӘК ҠӘБЕРЛЕГЕ, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы

Просмотров: 396

ӘҢГӘСӘК ҠӘБЕРЛЕГЕ, Бахмут мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 3—5 бб. ҡарай. Дүртөйлө р‑ны Әңгәсәк а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан Әңгәсәк й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. 1928 й. урында йәшәүселәр тарафынан асыла, 1963 й. Н.А.Мәжитов, 1966 й., 1969 й., 1971 й. С.М.Васюткин, 1991 й. Ф.М. Таһиров тикшерә. Ҡурғанһыҙ ҡәбер­лектәргәҡарай. Мәйеттәр овал йәки тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарында ҡабыҡҡа төрөп йәки ҡабыҡ түшәктә салҡан һалып баштары м‑н көньяҡ‑көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән. Айырым ҡәберлектәрҙә ат, үгеҙ һөйәктәре, туҡыма ҡалдыҡтары, күмер һ.б. табылған. Ҡәбергә керамика, һуғыш һәм эш ҡоралдары, биҙәүестәр һалынған. Ә.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: В а с ю т к и н С.М. Ангасякский могильник — ранний памятник бахмутинской культуры //Памятники эпохи средневековья в Верхнем Прикамье. Ижевск, 1980; Т а г и р о в Ф.М. Новые исследования Ангасякского могильника //Уфимский археологический вестник. Уфа, 2007. Вып. 6—7.

Ф.М.Таһиров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019