Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫРЫМБУР ӨЙӘҘЕ

Просмотров: 415

ЫРЫМБУР ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Ырымбур провинцияһының үҙәк өлөшө инә. 1796 й. алып Ырымбур губернаһы составында. 1865 й. өйәҙҙең көнсығыш өлөшөнән Орск өйәҙе ойошторола. 18 б. аҙ. төньяҡ‑көнбайышта — Боғорослан өйәҙе һәм Бәләбәй өйәҙе, төньяҡта — Стәрлетамаҡ өйәҙе, төньяҡ‑көнсығышта — Верхнеурал өйәҙе, көнсығышта — Урта ҡаҙаҡ йөҙө, көньяҡта — Кесе ҡаҙаҡ йөҙө, көнбайышта — Быҙаулыҡ өйәҙе м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Ырымбур ҡалаһы. Майҙаны — 37204 км2 (1897). Халҡы: 18 б. аҙ. — 58325 кеше (ш. иҫ. башҡорттар — 19048), 1897 й. — 555653 (башҡорттар — 56576, йәһүдтәр — 1218, мордвалар — 26180, немецтар — 4884, урыҫтар — 380094, татарҙар — 47989, типтәрҙәр — 2656, украиндар — 29942, сыуаштар — 2860 һ.б.). 19 б. аҙ. өйәҙҙә 370968 крәҫтиән, 74376 мещан, 6963 дворян һ.б. иҫәпләнә; мосолмандар — 108472, православие динендәгеләр — 439895, ш. иҫ. 17720 старообрядсы, һ.б. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәндән һуң 9‑сы башҡорт кантоны ойошторола. 1866 й. 392 торама пункт (ш. иҫ. өйәҙе булмаған Илек ҡ.), 4 стан була. 1890 й. 28 улус (Абрамовка, Алексеевка, Белозерск, Бошман‑Һыуын‑Ҡара Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Бөрйән‑Ҡыпсаҡ,Дмитриев,Зобов,Илек, Иманғол, Каликин, Көйөргәҙе, Ҡара Ҡыпсаҡ, Ҡыпсаҡ, Михайлов, Никольск, Павлов, Петров, Покров, Репьевск, Рождественск, Романов, Спасский, Сәйет, Таймаҫ, Ташлы, Яңы Башҡорт, Яңы Троицк) һәм 14 станица (Богуслав, Буран, Городище, Донецк, Каменно‑Озерная, Кардаилов, Краснохолмский, Никитин, Павлов, Разсыпная, Татищев, Түб. Озерный, Һаҡмар, Ырымбур), 1917 й. 41 улус теркәлә. Халыҡтың күпселеге игенселек, һыйырсылыҡ м‑н шөғөлләнә. 20 б. башында 12 туң май иретеү, 10 кирбес, 10 күн заводы, 5 шарап ҡыуыу заводы, 3 балсыҡ әйбер яһау, 2 һыра ҡайнатыу, быяла, тимер биҙрә яһау, суйын ҡойоу һ.б. пр‑тиелар эшләй. 7 йәрминкә үткәрелә (1866). 1877 й. өйәҙ аша Ырымбур т. юлы (Ырымбур—Батраки участкаһы) үтә, 1913 й. Троицк т. юлы (Ырымбур—Орск участкаһы) төҙөлә башлай. 122 мәсет, 97 сиркәү, 4 часовня, 2 монастырь иҫәпләнә (1866). 1919 й. Ы.ө. 9 улусы Ете ырыу кантонына, 5‑әүһе — Ҡыпсаҡ кантонына, 1‑әүһе Туҡ‑Соран кантонына инә. Өйәҙ 1920 й. бөтөрөлә.

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.07.2023