Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫРЫМБУР ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты

Просмотров: 983

ЫРЫМБУР ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. БР, Силәбе өлкәһе, Һамар өлкәһе, Татарстан һәм Ҡаҙағстан респ. м‑н сиктәш. Үҙәге — Ырымбур ҡалаһы. 1934 й. 7 дек. ойошторола, 1938—57 йй. Чкалов өлкәһе. 35 район, 12 ҡала һәм 1 ҡала тибындағы ҡасабаны үҙ эсенә ала. Волга буйы федераль округына инә. Майҙаны — 123,7 мең км2. Халҡы — 2,18 млн кеше, ш. иҫ. 52,7 мең башҡорт (2002). Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 17,3 кеше/км2. Халыҡтың тәбиғи кәмеүе — 4,3 мең кеше. 57,7%‑ы ҡалала йәшәй; ҙур ҡалалары — Ырымбур, Орск, Новотроицк, Быҙаулыҡ, Боғорослан. Иҡт. әүҙем халҡының һаны — 1,3 млн кеше. Халыҡтын миграция иҫәбенә кәмеүе — 4,2 мең кеше. Милли составы (%): урыҫтар — 73,9, татарҙар — 7,6, ҡаҙаҡтар — 5,8, украиндар — 3,5, башҡорттар — 2,4 һ.б. Ы.ө. башҡорттары Ырымбур башҡорттарына ҡарай, Варваринка (48), Владимировка (33), Ғүмәр (37), Зелёная роща (34), Ибраһим (28), Ҡайыпҡол (92), Ҡороюл (35), Күрпәс (96), Яңы Черкассы (27), Подлесное (45), Рамаҙан (46), Рощепкин (33), Үҙәнбай (41), Хмелёвка (33) һ.б. торама пункттарҙа йәшәй (2002 й., %‑тарҙа). БР һәм Ы.ө. араһында Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә (1996), Сауҙа‑иҡт., фәнни‑техник, соц. һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә (2004) ҡул ҡуйылған. 2004 й. алып Ырымбурҙа БР Вәкиллеге эшләй. БР м‑н Ы.ө. сауҙа әйләнеше 2007 й. 4,9 млрд һум тәшкил итә. БР көндәре (1996 й. алып), башҡорт ҡоролтайҙары (1996, 2002, 2006), йыл һа­йын өлкә башҡорт мәҙәниәте байрамдары, Каруанһарай комплексы юбилейҙары үткәрелә. Ы.ө. 15 башҡорт милли‑мәҙәни йәмәғәт берекмәләре, ш. иҫ. “Каруанһарай” өлкә башҡорттар ҡоролтайы (Ырымбур, 1989 й. алып), “Яңы тулҡын” Ы.ө. башҡорт йәштәре союзы (Ырымбур, 2002 й. алып), “Аҡ тирмә” башҡорт үҙәге (Ҡыуандыҡ, 2007 й. алып), 77 башҡорт ижади, ш. иҫ. 15 фольклор, коллективы эшләй. “Милли ауыл” мәҙәни комплексында Башҡорт мә­ҙәниәте, көнкүреше һәм этнографияһы йорт‑музейы бар (Ырымбур, 2007 й. алып). 1992 й. башлап Ырымбурҙа башҡорт телендә “Каруанһарай” гәз. нәшер ителә. Ы.ө. ҡайһы бер райондарында (Александровка, Красногвардейский, Октябрь һ.б.) Башҡ‑н юлдаш телевидениеһы тапшырыуҙары күрһәтелә. Ы.ө. этномәҙәни компонент булған 36 мәктәбендә башҡорт теле мотлаҡ предмет булараҡ өйрәнелә (2007), 9 мәктәптә башҡорт теле, әҙәбиәте һәм башҡорт халҡы тарихы б‑са факультативтар һәм түңәрәктәр ойошторолған. Ырымбур пед. ин‑тында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары әҙерләнә. Ы.ө. мәктәптәрен тамамлаусылар БР колледждарында һәм вуздарында (2007 й. 300‑гә яҡын кеше) белем ала. Ырымбур дәүләт университеты филиалдары Күмертау, Өфө ҡҡ. бар. Ы.ө. м‑н БР араһында фәнни бәйләнештәр булдырылған. “Башҡортостандың диалектологик атласы”, диалектологик һүҙ­лектәр Ы.ө. башҡорттары теленең терр. үҙенсәлектәрен сағылдыра. Ы.ө. тыуып үҫкән шәхестәр — Ә.Ғ.Абдразаҡов, Р.Ғ.Аҙнағолов, Р.Т.Бикбаев, М.М.Бикбов, Е.В.Евтушенко, Р.В.Заһиҙуллин, Ф.Ф.Иҙрисов, Р.В.Ҡунаҡова, А.К.Панов, Р.Тойғон, И.Н.Филиппова һ.б. — эшмәкәрлеге Башҡортостан м‑н бәйле. Шулай уҡ ҡара: Ырымбур губернаһы.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019