Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫРЫМБУР СИК ҺЫҘЫҒЫ

Просмотров: 754

ЫРЫМБУР СИК ҺЫҘЫҒЫ, Ырымбур нығытмалы сик һыҙығы, 18—19бб. оборона ҡоролмалары системаһы (ҡара: Нығытмалы сик һыҙыҡтары). Рәсәй м‑н Ҡаҙағстан араһында сикте ябыу өсөн ойошторола. Сик һыҙығының төҙөлөүе Волга буйы, Урал буйы ерҙәрен һәм Уралды артабан колониялаштырыуға булышлыҡ итә. Ы.с.һ. Тубыл й. алып Каспий диңгеҙенә тиклем һуҙыла. Дистанцияларға бүленә. Ҡәлғәләр, редуттар, форпостарҙы һ.б. үҙ эсенә ала; соҡор һәм валдар ролен йылғалар үтәй. Адм. үҙәге — Ырымбур ҡалаһы. Берҙәм нығытмалы сик һыҙығын төҙөү идеяһы башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыу барышында В.Н.Татищев тарафынан тәҡдим ителә. Дөйөм төҙөлөш м‑н Ырымбур экспедицияһы (1734—44) етәкселек итә. 1742 й. башына Һаҡмар, Һамар (Волга й. ҡушылдығы), Уй, Яйыҡ йй. буйлап 22 ҡәлғә, ш. иҫ. Берда, Быҙаулыҡ ҡәлғәһе, Гөбөрлө, Ҡыҙыл Һамар, Озёрная, Ольшанск (Елшанск), Орск ҡәлғәһе, Силәбе ҡәлғәһе, Сорочинск, Татищев, Тоцк, Тәвкилев Кисеүе (һуңыраҡ Яңы Сергиевка), Үрге Яйыҡ пристане (ҡара: Верхнеурал ҡәлғәһе), Чернореченск, Ырымбур (һуңыраҡ Красногорск) ҡәлғәләре төҙөлә. 1742— 58 йй. И.И.Неплюев етәкселегендә Ы.с.һ. төҙөү һәм ситтән кешеләр күсереп килтереү эштәре тамамлана, уның сиктәре билдәләнә. Царёв ҡаласығынан алып (Себер нығытмалы сик һыҙығы составындағы ҡәлғә) Үрге Яйыҡ пристаненә тиклем Уй сик һыҙығы төҙөлә, уның составына Бакланск, Крутоярск, Ҡаракүл, Ҡортамыш, Степная, Троицк, Уй, Уй Тамағы, Уҡлы‑Ҡарағай ҡәлғәләре инә, 1753 й. Алабуға редуты һәм Звериноголовск ҡәлғәһе ҡушыла. Яйыҡ й. ағымынан түбәнерәк Ҡыҙыл һәм Магнит, Урғаҙа й. буйында — Урғаҙа, Таналыҡ й. буйында — Таналыҡ ҡәлғәләре, Яйыҡ казак ғәскәре терр‑яһында Яйыҡ ҡаласығы (1775 й. алып Уральск ҡ.) һәм Гурьев ҡ. араһында нығытмалар төҙөлә. Ғәскәрҙәргә Ырымбур хәрби губернаторы идара итә. 19 б. 1‑се ярт. ҡәлғәләрҙә регуляр (Ырымбур сик буйы батальондары һәм артиллерия роталары), сик һыҙығында иррегуляр ғәскәр хеҙмәт итә. Башҡорт‑мишәр ғәскәре йыл һайын хеҙмәткә 5,5—10,5 мең кеше ебәрә, был Ы.с.һ. хеҙмәт иткән иррегуляр частарҙың яртыһынан күберәген тәшкил итә. Йәйге хеҙмәт — май уртаһынан нояб. уртаһына, ҡышҡы хеҙмәт — нояб. уртаһынан май уртаһына тиклем була. Командалар поход старшиналары йәки кантон башлыҡтары тарафынан тәғәйенләнгән һәм губернатор раҫлаған дистанция начальниктары тарафынан комплектланған. Хеҙмәт урынына килгәндән һуң командалар редуттар һәм ҡәлғәләргә бүленгән, ҡәлғә коменданты йәки дистанция начальнигына туранан‑тура буйһонған. Һәр форпосҡа 2—3‑шәр казак, 10—12 башҡорт һәм мишәр ҡуйыла. Коканд походтарынан (1852, 1853) һуң Ы.с.һ. хәрби‑сәйәси әһәмиәтен юғалта, 1861—65 йй. реформалар барышында (ҡара: Идара итеүҙең кантон системаһы) ундағы сик буйы хеҙмәте бөтөрөлә. Ы.с.һ. көньяҡ‑көнсығыш ерҙәрҙе үҙләштереүгә, дәүләт власын көсәйтеүгә һәм Башҡортостан м‑н Яйыҡ казак ҡатламы терр‑яһын Рәсәй составында тулыһынса нығытыуға булышлыҡ итә.

Әҙәб.: Мамонов В.Ф., Кобзов В.С. Пограничная линия: Казаки Урала на защите рубежей Отечества. Челябинск, 1993; Асфандияров А.З. Кантонное управление в Башкирии (1798—1865 гг.). Уфа, 2005; Муратова С.Р. На страже рубежей Сибири: строительство Сибирских укреплённых линий. Тобольск, 2007.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019