Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫРЫМБУР ТАРИХИ ЙӘМИҒ МӘСЕТТӘРЕ

Просмотров: 658

ЫРЫМБУР ТАРИХИ ЙӘМИҒ МӘСЕТТӘРЕ. Алыш‑биреш йорто мәсете 1746 й. Ырымбур алыш‑биреш йорто терр‑яһында төҙөлә, 1749 й. Яйыҡ й. (ҡара: Урал) яҙғы ташҡыны юҡ итә, 1785 й. тергеҙелә (2 манараһы булған). Ырымбур сик буйы эштәре экспедицияһы ҡарамағында тора, руханиҙар эш хаҡын Өфө ҡаҙна палатаһынан ала. Мәсет эргәһендә мәҙрәсә эшләй (1789—1817). Йәрминкәләр үткәрелгән осорҙа үҙ һәм ситтән килгән мосолмандарҙы хеҙмәтләндерә. Билдәле имам‑хатиптары: И.М.Бикмөхәмәтов (1750 йй.), И.Исхаҡов (80‑се йй. башы), И.Зәйетов (1785 й. алып), А.Ғабдусәләмов (1798 й. алып), А.Сөләймәнов (1811 й. алып), С.Дауытов (1832 й. алып), М.М.Шафиғов (1866 й. алып), А.М. Әбдрәшитов (1884 й. алып), И.С. Әҙелгәрәев (1909 й. алып). 1930 й. ябыла, һуңынан емерелә. Беренсе йәмиғ мәсете 1804 й. Александр указы б‑са төрөкмән ханы Пирғәли булышлығы м‑н ҡаҙна аҡсаһына төҙөлә, 1805 й. Ырымбур ҡала ҡаҙна мәсете булараҡ асыла. Бинаһы таштан, 2 ҡатлы. Мәсет бағыусылары араһында М.М.Биксурин була. 1861 й. мәхәлләлә 197 кеше, 1890 — 625, 1908 — 252, 1924 й. 108 кеше иҫәпләнә. Мәсет эргәһендә мәктәп һәм “Вәлиә” мәҙрәсәһе эшләй. Имам‑хатиптары: Ғ.Ғәбдрәхимов (1805—25), У.Мусин (1848 й. алып), Х.А.Абдулкәримов (1864 й. алып), М.М.Әлмәтов (1877 й. алып), М.Ғ. Хөсәйенов (ҡара: Хөсәйеновтар; 1905 й. алып), М.У.Мусин (1929 й. алып). 1930 й. ябыла, бинаһы студенттар ятағына бирелә, хәҙ. торлаҡ йорт. Икенсе йәмиғ мәсете 1844 й. төҙөлә, 1846 й. Каруанһарай эргәһендә асыла. Мәсеттә мәктәп (1878 й. мәҙрәсәгә үҙгәртелгән) эшләй. Имам‑хатиптары: Ғ.Алтынғужин (1846 й. алып), С.Дауытов (1866 й. алып), М.Ғәйнетдинов (1878 й. алып), Н.Ф.Тимошев (1906 й. алып). 1930 й. ябыла, 1932 й. бинаһы клубҡа бирелә, 1954 й. башлап ҡала планетарийы урынлаша. 1991 й. бинаһы диндарҙарға ҡайтарыла. Өсөнсө йәмиғ мәсете 1885 й. төҙөлә. Бинаһы таштан, бер ҡатлы, манаралы. 1890 й. мәхәлләлә 700, 1908 й. 2 меңгә яҡын кеше иҫәпләнә. Мәсет эргәһендә мәктәп һәм мәҙрәсә эшләй. Имам‑хатиптары: К.И.Ҡотоев (1881 й. алып), А.С.Абдулкәримов (1908 й. алып). 1931 й. ябыла, бинала балалар йорто һәм тегеү ф‑каһы урынлаша. 1945 й. бинаһы диндарҙарға ҡайтарыла, 1991 й. башлап Үҙәк йәмиғ мәсете. 2001 й. алып “Хөсәйениә” мәҙрәсәһе эшләй. Дүртенсе йәмиғ мәсете 1885 й. төҙөлә. Бинаһы таштан, бер ҡатлы, манаралы. 1890 й. мәхәлләлә 530, 1908 й. 3251 кеше иҫәпләнә. Мәсет эргәһендә “Хәбибиә” мәҙрәсәһе эшләй. Имам‑хатиптары: Ғ.Ғ.Мостафин (1885 й. алып), К.Ҡ.Хәбибуллин (1897 й. алып). 1930 й. ябыла, манараһы емерелә. Бишенсе йәмиғ мәсете 1887 й. төҙөлә. Бинаһы таштан, 2 ҡатлы, манаралы. 1890 й. мә­хәлләлә 1941, 1923 й. 420 кеше иҫәпләнә. Мәсет эргәһендә мәктәп һәм мәҙрәсә, 1‑се ҡала мосолман китапханаһы (1917 й. алып) эшләй. Имам‑хатиптары: З.Х.Ҡашаев (1887 й. алып), А.З.Ҡашаев (1917 й. алып). 1931 й. ябыла. 1992 й. бинаһы диндарҙарға ҡайтарыла, мәсет “Сөләймәниә” исемен йөрөтә. “Хөсәйениә” алтынсы йәмиғ мәсете 1892 й. 1‑се гильдия сауҙагәре Ә.Ғ.Хөсәйенов аҡсаһына төҙөлә. Бинаһы таштан, 2 ҡатлы, манаралы. 1908 й. мәхәлләлә 650 кеше иҫәпләнә. Мәсет эргәһендә “Хөсәйениә” мәҙрәсәһе эшләй. Имам‑хатибы — Ғ.Г.Дәүләтшин (1890 й. алып). 1931 й. ябыла, бинаһы Татар пед. техникумы ятағына бирелә, 1992 й. диндарҙарға ҡайтарыла. Етенсе йәмиғ мәсете 1910 й. төҙөлә. Бинаһы таштан, 2 ҡатлы. 1932 й. мәхәлләлә 300‑гә яҡын, 1936 й. 1 меңгә яҡын кеше иҫәпләнә. Мәсет эргәһендә мәҙрәсә эшләй. Имам‑хатибы — З.Әхмәтйәнов (1909 й. алып). 1937 й. ябыла, 1996 й. бинаһы диндарҙарға ҡайтарыла, мәсет “Рамаҙан” исемен йөрөтә.

Әҙәб.: Денисов Д.Н. Исторические мечети Оренбурга //Край Оренбургский. Праведной дорогой ислама. Оренбург, 2007.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019