Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫРЫМБУР ЭКСПЕДИЦИЯҺЫ (1734—44)

Просмотров: 552

ЫРЫМБУР ЭКСПЕДИЦИЯҺЫ (1734—44), 1737 й. апр. алып Ырымбур комиссияһы. И.К.Кирилов проекты б‑са крайҙы хужалыҡ маҡсатында артабан үҙләштереү, Башҡортостанда Рәсәй власы позицияһын нығытыу, уның терр‑яһында Ҡаҙағстанға һәм Урта Азияға үтеп инеү плацдармын булдырыу өсөн ойошторола. Ҡуйылған маҡсатты ғәмәлгә ашырыу өсөн Ырымбур, ҡәлғәләр төҙөлә, илдең үҙәк өйәҙҙәренән халыҡ күсерелә башлай. Ы.э. Кирилов етәкселек итә, ярҙамсыһы А.И.Тәвкилев була. 1734 й. 10 нояб. Ы.э. Өфөгә килә. Экспедиция составында 130 офицер, 3,5 мең һалдат, төҙөүселәр, сауҙагәрҙәр, канцелярия хеҙм‑рҙәре, төрлө хужалыҡ тармаҡтары б‑са белгестәр (тау эше б‑са, ер үлсәүселәр һ.б.) була. Ы.э. башҡорттарҙан ерҙе күпләп алыуға, һалымдар һәм йөкләмәләрҙе арттырыуға, урындағы үҙидараны сикләүгә булышлыҡ итә, мосолман руханиҙары эшмәкәрлегенә йоғонто яһай. Ы.э. эшмәкәрлеге башҡорттарҙа ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, башҡорт ихтилалдарына (1735— 40) сәбәпсе була. Ы.э. край үҫешенә йоғонтоһо ҡатмарлы була: бер яҡтан ул край хужалығы үҫешенә, игенселек һәм тау сәнәғәте киңәйеүенә, дәүләттең үҙәк райондары м‑н иҡт. бәйләнештәрҙе нығытыуға, Ҡаҙағстан һәм Урта Азия м‑н сауҙа‑иҡт. мөнәсәбәттәр үҫешенә булышлыҡ итә; икенсе яҡтан Ы.э. тарафынан Башҡортостанда төп халыҡ мәнфәғәттәренә ҡаршы үткәрелгән саралар халыҡтың соц.‑иҡт. хәле үҙгәреүенә, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы шарттарының боҙолоуына, крайҙа колониаль тәртиптәр урынлашыуға килтерә. 1744 й. мартында Ырымбур губернаһы ойошторолғандан һуң Ы.э. эшмәкәрлеге туҡтатыла. Ы.э. нач.: Кирилов (1734—37), В.Н.Татищев (1737—39), В.А.Урусов (1739— 41), Л.Я.Соймонов (1741—42), И.И.Неплюев (1742—44).

И.Ғ.Аҡманов

Тәрж. М.Х.Хужин 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019