Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫРЫУ (түбә, аймаҡ)

Просмотров: 499

ЫРЫУ (түбә, аймаҡ), башҡорттарҙа ырыу‑ҡәбилә структураһының төп берәмеге (ҡара: Башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә ҡоролошо), сығышы уртаҡ булған тип фаразланған ырыу бүленеше (яҡынса 30—40 һәм унан күберәк) йыйылмаһы. Шулай уҡ Ы. структураһына бүлендек Ы. һәм туғандаш ғаиләләр төркөмө инә алған; туғандаш Ы. йыйылмаһы ҡәбиләне тәшкил иткән. Ы. ер һ.б. биләмәләргә (ырыуҙың аҫаба ере булып иҫәпләнгән) хужа булған, уның сиктәрендә ерҙе ырыу бүленеше (Башҡортостандың көньяҡ һәм көнсығыш райондары), айырым ғаилә йәки туғандаш ғаиләләр төркөмө (көнбайыш) файҙаланған. Ы. составында даими рәүештә сығышы б‑са яҡын ғаиләләр берләшкән һәм айырымланған, был бүлендек Ы. барлыҡҡа килеүенә, улар биләгән ерҙәрҙең үҙ аллы ырыу аҫаба еренә бүленеп сығыуына булышлыҡ иткән. Тамға, онгон, оран, тотем ағасы төп ырыу билдәләре булып һаналған; тарихи ваҡиғалар һәм ир‑егеттәр яғынан Ы. ағзаларының исеме шәжәрәгә теркәлгән. Ы. этнонимдарының килеп сығышы (ҡара: Этнонимика) Ы. нигеҙ һалыусының исеме: тәтегәс (ҡара: Юрматы); Ы. йәшәгән ерҙең рельеф үҙенсәлектәре: ялан‑ҡатай (ҡара: Ҡатай), урман‑көҙәй (ҡара: Көҙәй); төрлө төҫтәр атамаһы: ҡара‑табын (ҡара: Табын), аҡ‑ҡыпсаҡ (ҡара: Ҡыпсаҡ); тотем күренештәре (ҡара: Тотемизм): айыу, бүре (ҡара: Үҫәргән); башҡорттарҙың башҡа халыҡтар м‑н этномәҙәни мөнәсәбәттәре: нуғай‑юрматы (юрматы ҡәбиләһе) һ.б. м‑н бәйле булыуы ихтимал. Ҙур Ы. башлығы булып бей торған, ул ҡарар сығарғанда халыҡ йыйыны һәм аҡһаҡалдар ҡоро фекерен иҫәпкә алған. Ы. эсендә, Ы. һәм ҡәбиләләр араһында мөнәсәбәттәр йола хоҡуғы нормаларына ярашлы көйләнгән. Ҡайһы бер Ы. өсөн 18 б. тиклем экзогамия хас булған. Ы. ижтимағи тормошонда ырыу берҙәмлеге һәм үҙ‑ара ярҙам итеү традициялары ҙур әһәмиәткә эйә булған (ҡара: Өмә); 18 б. башына тиклем дөйөм ырыу байрамдары үткәрелгән.

Р.М.Йосопов

Тәрж. М.Х.Хужин 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019