Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЫҪЛАҠ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 437

ЫҪЛАҠ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ыҫлаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Шафран т. юл ст. К.‑Көнб. табан 6 км алыҫлыҡта Ыҫлаҡ й. (Ҡорһаҡ й. ҡушылдығы) тама­ғында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 3834 кеше; 1920 — 5070; 1939 — 2927; 1959 — 2131; 1989 — 1230; 2002 — 1186; 2010 — 956 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1738 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Яйыҡ‑Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. 1795 й. 784 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 417 йортта — 2354 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ, балта эше, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 4 мәсет, 2 уч‑ще, 6 һыу тирмәне булған. 1906 й. 5 мәсет, 2 мәктәп, земство дауаханаһы, 4 һыу тирмәне, таш сығарыу урыны, бакалея, шарап һәм 2 һыра кибете, 3 мөгәзәй теркәлгән. Ж.Ф.Ғәлимов, Н.Ф.Ҡаһарманов, Х.М.Насиров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019