Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭВАКУАЦИЯ ГОСПИТАЛДӘРЕ

Просмотров: 663

ЭВАКУАЦИЯ ГОСПИТАЛДӘРЕ, эвакогоспиталдәр, яралы һәм ауырыу хәрби хеҙм‑рҙәргә мед. ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән ваҡытлыса дауалау учреждениелары. Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 50‑нән ашыу Э.г. ойошторола, шуларҙың 2‑һе СССР Оборона ХК (289‑сы, 1742‑се), 4‑һе — Бөтә Союз проф. союздар үҙәк советы (4018‑се, 4019‑сы, 4045‑се, 4052‑се), ҡалғандары БАССР Һаулыҡ һаҡлау ХК ҡарамағында була. Ҡала һәм район дауаханалары, уҡыу йорттары биналарында урынлаштырыла. Э.г. 400‑ҙән ашыу табип һәм 1300 урта мед. хеҙм‑ре эшләгән. Эвакуация госпиталдәренә 1741‑се Э.г. базаһында эшләгән 1‑се Мәскәү мед. ин‑ты (П.Е.Лукомский, Н.А.Семашко, И.М.Эпштейн һ.б.), 1019‑сы Э.г. базаһында эшләгән СССР Мед. ФА‑ның Нейрохирургия ҒТИ (Б.Г.Егоров), Украина ССР‑ы ФА (В.Х.Василенко, А.В.Палладин, Н.Д.Стражеско һ.б.), И.И. Мечников ис. Мәскәү өлкә эпидемиология, микробиология һәм инфекцион ауырыуҙар ин‑ты, ш. уҡ Киев, Минск, Витебск һ.б. республикаға эвакуацияланған мед. ин‑ттары ғалимдары дауалау‑консультация б‑са ҙур ярҙам күрһәтә. Э.г. утлы ҡоралдан яраланғанда ҡан тамырҙарын (А.А.Полянцев); остеомиелитты (И.Г. Лукомский, Л.С.Гольберг һ.б.); тимер сым ҡулланып һөйәктәр һыныуын (Б.И. Кимельман); йылытылған парафин м‑н яй төҙәлгән яраларҙы һәм сей яралы бирсәләрҙе (Н.С.Слепов); баш мейеһе (А.С.Борзунова, И.Л.Вакуленко, М.Н.Ғайсина, Н.И.Савченко, И.Ф. Случевский) һәм арҡа мейеһе (Н.Ф. Воробьёв) травмаларына бәйле невроздарҙы һәм психик ҡаҡшауҙарҙы һ.б. дауалауҙың яңы ысулдары эшләнгән һәм ғәмәлгә индерелгән. Утлы ҡоралдан алынған яраларҙы һәм уларҙан өҙлөгөүҙе (И.‑Ғ.Ғ.Ҡадиров), ш. уҡ септик ангинаны (С.В. Михайловский, В.А.Смирнова) дауалау өсөн антиретикуляр цитотоксик сыворотка ҡулланыла башлай, ауыртыуҙы баҫыуҙың яңы ысулдары (Г.И. Губарева, Г.И.Ковтунович), К витаминының һыуҙа ирей торған аналогы — викасолды етештереү технологияһы (Палладин) эшләнә. Яралы­ларҙы һәм ауырыуҙарҙы аяҡҡа баҫтырыу өсөн дауалау “Алкин”, “Янғантау” һ.б. шифаханаларҙа дауам ителгән. Республиканың Э.г. мед. ярҙамы 250 меңдән ашыу кешегә күрһәтелгән. 1945 й. 1741‑се Э.г. 1‑се ҡала клиник дауаханаһына (хәҙ. Ҡала һуғыш ветерандары госпитале); 1946 й. 1738‑се Э.г. Б.В. һуғышы инвалидтары өсөн ортопедия госпиталенә (хәҙ. Өфөнөң 8‑се урта мәктәбе) үҙгәртелә (ҡара: Госпиталдәр). Ҡара: 373‑сө биттәге табл.

Әҙәб.: Кулагина А.А. Эвакогоспитали Башкирии в годы Великой Отечественной войны. Уфа, 1988; Медицинская наука и практика в Башкирии в годы Великой Отечественной войны. Уфа, 2005.

А.А.Кулагина

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019