Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭЙГЕНСОН Александр Сергеевич

Просмотров: 729

ЭЙГЕНСОН Александр Сергеевич (15.7.1912, Кубань өлк. Армавир а. — 4.4.1999, Өфө), химик‑технолог. Техник ф. канд. (1949). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1966), СССР‑ҙың почётлы нефтехимигы (1976). Әзербайжан индустриаль ин‑тын тамамлаған (Баҡы, 1935). 1932 й. алып Баҡы ҡ. эшләй: нефть эшкәртеү з‑дтарында, 1935 й. башлап Әзербайжан нефть ҒТИ‑нда, бер үк ваҡытта 1938 й. алып Әзербайжан индустриаль ин‑тында уҡыта; 1941 й. — П.А.Джапаридзе ис. НЭЗ‑да баш инженер. 1943 й. — Краснокамск НЭЗ‑ы дир. (Молотов өлк.), 1946 й. апр.—сент. СССР Көнсығыш райондары нефть сәнәғәте министрлығының көнсығыш райондарҙа нефть эшкәртеү б‑са Баш идаралығында техник бү­лек нач. урынбаҫары (Мәскәү). 1946 й. аҙ. алып 417‑се з‑дтың үҙәк лаб. нач. (Черниковск ҡ.), 1947 й. — Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда баш технолог, фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, бер үк ваҡытта ӨНИ‑лә уҡыта, 1954 й. башлап Өфө НЭЗ‑ында баш инженер. 1956—76 йй. (өҙөклөк м‑н) үҙе ойошторған Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда директор. 1959—63 йй. Башҡ‑н ХХС‑ының техник идаралыҡ начальнигы. Э. ҡатнашлығында респ. химия һәм нефтехимия комплексын үҫтереү программаһы төҙөлгән. Илдә тәүгеләрҙән көкөртлө нефтте, ш. иҫ. уларҙың юғары т‑рала ҡайнаған дистилляттарын, тәрән эшкәртеүҙең технологик алымдары эшләнгән, Волга буйы, Көнбайыш Урал, Көнбайыш Себер нефттәре классификацияһы аныҡланған. 300 фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), “Почёт Билдәһе” (1952, 1955) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Закономерности компонентно‑фракционного состава и химических характеристик пластовых и резервуарных нефтей. Томск, 1986 (авторҙ.); Опыт генетической интерпретации закономерностей состава природных углеводородных систем. Томск, 1991.

М.М.Әхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019