Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭЙХЕНВАЛЬД Антон Александрович

Просмотров: 932

ЭЙХЕНВАЛЬД Антон Александрович (13.5.1875, Мәскәү — 1952, Ленинград), композитор, дирижёр, фольклорсы. БАССР‑ҙың халыҡ артисы (1945) һәм атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1944). СССР Композиторҙар союзы ағзаһы (1933). Мәскәү рәсем сәнғәте, һәйкәл ҡойоу һәм төҙөү сәнғәте уч‑щеһын тамамлаған (1892; педагогтары В.Д.Поленов, В.Е. Маковский). Н.С.Кленовский, С.И.Танеев, Н.А.Римский‑Корсаков, И.К. Альтани дәрестәренә йөрөгән. 1893 й. башҡорт муз. фольклорын өйрәнеү маҡсатында ойошторолған этнографик экспедиция составында тәүге тапҡыр Башҡортостанға килгән. 1893 й. алып Баҡы, Ҡазан, Новосибирск, Тифлис, Томск, Түб. Новгород, Һарытау ҡҡ., 1920 йй. Брюссель, Париж ҡҡ. опера труппаларының хормейстеры, дирижёры һәм муз. етәксеһе. 1931 й. башлап Төрөкмән ҒТИ‑ның (Ашхабад) ғилми хеҙм‑ре, 1937 й. — ТАССР ХКС эргәһендәге Сәнғәт эштәре б‑са идаралыҡта (Ҡазан) муз.‑фольклор кабинеты мөдире. 1937 й. репрессияланған, 1938 й. азат ителгән. 2003 й. аҡланған. 1939—43 йй. Өфөлә йәшәгән һәм эшләгән: БАССР‑ҙың Сәнғәт эштәре б‑са идаралығы эргәһендәге муз.‑фольклор кабинетының ғилми хеҙм‑ре һәм БАССР Композиторҙар союзы эргәһендәге квалификация күтәреү түңәрәге етәксеһе. 20 йылдан ашыу башҡорт халыҡ йырҙарын (“Каруанһарай”, “Һаҡмар”, “Һандуғас”) һәм инструменталь көйҙәрен (“Байыҡ”) йыйыу, ш. уҡ башҡорт халыҡ музыкаһын тикшереү м‑н шөғөлләнгән. Әҫәрҙәре араһында “Дала” (“Степь”; 1928; 2‑се редакцияһы 1930), “Мәргән менән Маянһылыу” эпосы мотивтары б‑са “Мәргән” (1940), М.А. Буранғоловтың “Ашҡаҙар” драмаһы б‑са “Ашҡаҙар” (1941), Ғ.Туҡай әкиәте б‑са “Һыу инәһе” (“Водяная фея”; 1946) опералары, БАССР‑ҙың 25 йыллығына кантата (1944), симфоник оркестр өсөн башҡорт (“Эскадрон”) һәм татар халыҡ көйҙәренең эшкәртмәләре бар.

Әҙәб.: Атанова Л.П. Собиратели и исследователи башкирского музыкального фольк­лора. Уфа, 1992; Махней С.И. Русские композиторы и Башкирия (к проблеме взаимодей­ствия двух культур). Уфа, 2008.

С.И.Махней

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019