Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘРМӘНСТАН

Просмотров: 357

ӘРМӘНСТАН, Әрмәнстан Республикаһы, Кавказ аръяғының көньяғындағы дәүләт. Майҙаны — 29,8 мең км2. Баш ҡалаһы – Ереван. Дәүләт башлығы — президент. Халҡы — 2,97 млн яҡын кеше (2009): 97,9%‑ы — әрмәндәр (2001), урыҫтар һ.б.; 1989 й. 145 башҡорт йәшәй. Рәсми тел – әрмән теле. Диндарҙарҙың күпселеге — христиан‑монофиситтар.

БР‑ҙың Ә. м‑н бәйләнештәре РФ һәм Ә. араһындағы оҙайлы хеҙмәттәшлек программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. 1995 й. БР һәм Ә. араһында Сауҙа‑иҡт. хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә ҡул ҡуйылған. БР‑ҙың БДБ илдәре м‑н тышҡы сауҙаһының дөйөм күләмендә Ә. өлөшөнә 0,13% тура килә (2011). 2002 й. БР м‑н Ә. тышҡы сауҙа әйләнеше 4,2 млн АҠШ доллары тәшкил итә (2000 й. ҡарағанда 6 тапҡыр күберәк), БР‑ҙың Ә. экспорты 4,1 млн доллар (2000 й. – 0,1 млн доллар) иҫәпләнә; уның тауар структураһында химия сәнәғәте, яғыулыҡ‑энергетика комплексы продукцияһы, машиналар, ҡорамалдар, транспорт һ.б. бар. Ә. БР‑ға машиналар, ҡорамалдар, транспорт, каучук һ.б. импорты 0,08 млн доллар тәшкил итә (2000 й. – 0,6 млн доллар).

1960 йй. алып БАССР м‑н Ә. араһында сауҙа‑иҡт. хеҙмәттәшлек тормошҡа ашырыла: Өфө химия з‑ды Ә. электротехник ҡорамалдар, Ә. пр‑тиелары БАССР‑ҙан бокситтар, гербицидтар һәм ағыулы химикаттар ала. 1988 й. Ә. ер тетрәүгә бәйле “Башстрой” пр‑тиеһы тарафынан БАССР‑ҙан техника һәм төҙөлөш материалдары ҡулланып торлаҡ йорттар, соц.‑мәҙәни йүнәлештәге объекттар төҙөү һәм тергеҙеү б‑са ярҙам итеү өсөн (Спитак, Ленинакан ҡҡ.) 4‑се төҙөлөш‑монтаж поезы булдырыла. “Башкиргражданпроект” ин‑ты тарафынан Ленинакан ҡ. 2 яңы микрорайон һәм мәктәп проекты эшләнә. 1939 й. “Үктәбер” ж. (ҡара: “Ағиҙел”) М.Хәйҙең «“Давид Сасунский” — гениаль эпос» мәҡәләһе һәм Й.Гәрәй, Ҡ.Даян, Х.Кәрим тәржемәһендә эпостан өҙөктәр баҫыла. Н.Нәжми һәм С.Ғ.Сафуановтың Ә. т‑да яҙмалары бар; Л.Гурунц, Н.Зарьян, С.Капутикян, С.Ханзадян, Г.Эминдың әҫәрҙәре, ш. уҡ әрмән халыҡ әкиәттәре С.Әлибай, Р.Й. Ғарипов, С.Кулибай, Р.С.Янбулатова һ.б. тарафынан башҡорт теленә тәржемә ителгән. Башҡортостан т‑да М.С.Шагинян яҙған; Ә.Һ.Бикчәнтәев, М.Кәрим әҫәрҙәре әрмән теленә тәржемә ителгән. 1920—30 йй. билдәле әрмән актёры В.К.Папазян Башҡортостан буйлап гастролдә була, В.Мортазин‑Иманский м‑н хеҙмәттәшлек итә. “Көнсығыш” заман сәнғәте галереяһын асыуҙа (Өфө, 1990) ҡатнашҡан әрмән сәнғәт белгесе Г.Игитяндың мәҡәләһе башҡорт рәссамдары ижадына арналған. БР‑ҙа 9400‑ҙән ашыу әрмән йәшәй (2010). 1998 й. алып Өфөлә “Севан” әрмән милли‑мәҙәни үҙәге, 2001 й. башлап “Рәсәй әрмәндәре союзы” ижт. ойошмаһының төбәк бүлексәһе эшләй. Өфөлә әрмән йәкшәмбе мәктәбе асыла (2001).

Әҙәб.: Взаимосвязи башкирской советской литературы с литературами народов СССР. Уфа, 1987; С а ф а р о в Т.А. Развитие внешнеэкономических связей РБ в 90‑е годы. М., 1998.

Н.В.Килмәмәтова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019