Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘРТӘКҮЛ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

Просмотров: 339

ӘРТӘКҮЛ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Әртәкүл а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 45 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 73 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1492 кеше; 1920 — 1457; 1939 — 1096; 1959 — 683; 1989 — 459; 2002 — 453; 2010 — 470 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑аку­шерлыҡ пункты,клуб,сиркәү бар.

Ауылға Бөрөөйәҙе Һунлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә1793 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Уҫы өйәҙенең урыҫ крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1865 й. 203 йортта 1073 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Буяу, күн һәм кирбес з‑дтары, сиркәү, уч‑ще, ел тирмәне, 10 сауҙа кибете булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. 2 буяу з‑ды, 2 май һығыу оҫтаханаһы, сиркәү, 2 часовня, мәктәп, 3 тимерлек, 3 бакалея һәм шарап кибете, мөгәзәй теркәлгән; йәрминкәләр булған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019