Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘСЕБАР ЗАКАЗНИГЫ

Просмотров: 495

ӘСЕБАР ЗАКАЗНИГЫ. 2001 й. һунар йәнлектәре (марал, мышы) һәм һирәк осраған хайуан төрҙәре популяцияһын тергеҙеү маҡсатында зоол. заказник булараҡ ойошторола. Бөрйән р‑ны Яңы Уҫман а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 5 км алыҫлыҡта Йылайыр яйлаһының төньяғында урынлашҡан. Майҙаны — 7,7 мең га, терр‑яһының 95,0%‑ын урман ҡаплаған. Заказник буйлап Бетерә й. (Үҙән й. ҡушылдығы) һәм Әсебар шишмәһе аға, уның үҙәнендә тәбиғи тоҙло тупраҡ бар. Рельефы уба һәм арҡаларҙан тора, тигеҙ. Терр‑яһының күпселек өлөшөндә икенсел ҡайын, ҡайын‑уҫаҡ урмандары таралған; ҡарт (80—100 йәшлек) ҡарағайлыҡ булған төп ҡарағай һәм ҡарағай‑ҡарағас урмандары һаҡланған. Ә.з. үҫем­лектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре үҫә: ҡаурый ҡылған, Литвинов торна борсағы, ысын кәкүк ситеге һ.б. Аҡ ҡуян, бурһыҡ, бүре, мышы, тейен, урман көҙәне, һары шәшке, һеләүһен, һоро айыу, һыуһар, әлгәнйәк, ҡор, ҡурпысыҡ, сел, һуйыр һ.б. йәшәй. Заказникта БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына ингән европа шәшкеһе, ҡама, бөркөт, ваҡ һайыҫҡан, көсөгән, кәлмәргән, өкө, сапсан, һоро өкө, һөҙһөт, европа бәрҙеһе, зөгәй, йылға бағыры һ.б. осрай.

Ф.Ф.Абдуллин, Л.А.Едрёнкина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019