Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘСЛӘМОВ Әхәт Әсләм улы

Просмотров: 380

ӘСЛӘМОВ Әхәт Әсләм улы (28.5. 1923, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Упҡанкүл а., хәҙ. БР‑ҙың Асҡын р‑ны, — 25.10.2014, Өфө), режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1972). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1952). Башҡорт театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1950; Ғ.С.Саттаров курсы) Ауырғазы колхоз‑совхоз театрының (ҡара: Салауат башҡорт драма театры) баш режиссёры. 1953 й. алып БАССР Мәҙәниәт министрлығының радиомәғлүмәт бүлеге дикторы, 1955— 90 йй. С.Орджоникидзе ис. мәҙәниәт һарайының художество етәксеһе. Мәҙәниәт һарайында башҡорт үҙешмәкәр театрын ойоштороусы һәм етәксеһе була (1956, 1961 й. “халыҡ” исемен ала). Театрҙа 100‑ҙән ашыу спектакль ҡуя: А.Н.Островскийҙың“Таланттар һәм табыныусылар” (“Таланты и поклонники”) пьесаһы б‑са “Артистка яҙмышы”, А.Н. Афиногеновтың “Үҙ балаларының әсәһе” (“Мать своих детей”), А.Н.Арбузовтың “Иркутск хикәйәһе” (“Иркутская история”) пьесаһы б‑са “Ысын мөхәббәт”, Ә.М.Мирзаһитовтың “Утлы өйөрмә”; үҙ пьесалары б‑са “Килен”, “Мөхәббәт шишмәһе” һ.б. спектаклдәр. Совет драматургтарының 50‑нән ашыу пьесаһын башҡорт теленә тәржемә иткән. Бөтә Союз халыҡ ижады фестивалдәре (1963, 1985, 1987; бөтәһе лә – Мәскәү) лауреаты. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1995), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

С.Д.Фазылова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019