Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘСФӘНДИӘРОВ Закир Лотфрахман улы

Просмотров: 434

ӘСФӘНДИӘРОВ Закир Лотфрахман улы [20.12.1918, Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙе Үтәк а. (БР‑ҙың Ғафури районы) — 4.1.1977, Ҡаҙаҡ ССР‑ының Көнсығыш Коунрадский ҡсб], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Совет армияһында. 1941 й. сентябренән Брянск, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 8‑се гвардия танкыға ҡаршы истребитель артиллерия бригадаһы 322‑се гвардия танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкының орудие командиры гвардия өлкән сержанты Ә. 1944 й. 25 ғинуарында Украина ССР‑ының Цыбулев а. тирәһендә барған алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1947 й. демобилизациялана. 1947—74 йй. Көньяҡ‑Көнсығыш тау‑химия комбинатында (Балхаш ҡ.), Көнсығыш Коунрадский руднигында эшләй. Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ(1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары менән бүләкләнгән. Ә. исеме Ғафури районының Красноусол һәм Яңғыҙҡайын аа. урамдарға бирелгән. Красноусол а. Геройҙар Аллеяһында уға һәйкәл, Корсунь‑Шевченковский ҡ. мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Мэргэн К. Слава воина //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.08.2022