ЭКЛОГИТ
ЭКЛОГИТ, юғары баҫымлы магматик һәм метаморфик тау тоҡомо. Пироп‑гроссуляр‑альмандинлы гранаттың, жадеит‑диопсидлы клинопироксендың (омфацит), рутилдың критик минераль ассоциацияларынан, икенсе дәрәжәләге минералдарҙан (кварц, коэсит, кианит, цоизит, мөгөҙ обманкаһы, ильменит) тора. Химик составы б‑са Э. габбро‑базальт рәтенең магматик тоҡомдарына тура килә. Структураһы аллотриоморф бөртөклө, порфиробластлы, текстураһы массив йәки һәүерташлы. Төҫө йәшкелт, гранат кристалдарының ҡыҙғылт алһыу бөрсөктәре бар. 10 кбар ашыу баҫым һәм 500°С юғары т‑ра булғанда барлыҡҡа килә. Магматик (мантиялы) Э. кимберлиттарҙан торған ксенолиттарҙа, метаморфик Э. ҡатлам‑ара ятыштар һәм будиндар рәүешендә дистен‑гнейс, дистен‑һәүерташ һәм глаукофан‑һәүерташ комплекстарында күҙәтелә. Э. м‑н рутил һәм алмас сығанаҡтары бәйле. БР‑ҙа метаморфоген Э. мәҡсүт метаморфик комплексында киң таралған, белорет метаморфик комплексында билдәле.
А.А.Алексеев
Тәрж. Э.М.Юлбарисов