Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘСӘҘУЛЛИН Рәил Мирвай улы

Просмотров: 400

ӘСӘҘУЛЛИН Рәил Мирвай улы (25.4.1953, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (2000), проф. (2001). РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2003), БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1995), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1991), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй: 1987 й. алып педагогика каф. мөдире, 1998 й. башлап уҡытыу‑тәрбиә, 2001 й. — уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор, 2005 й. алып ректор, 2018 й. — БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте б‑са ком‑ты рәйесе. Фәнни тикшеренеүҙәре проф. пед. белем биреү, белем биреү процесын ойоштороу проблемаларына, ирекле тәрбиә теорияһы һәм практикаһына арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Педагогический журнал Башкортостана” ж. баш мөхәррире (2005 й. алып). БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 4—6‑сы саҡырылыш депутаты. 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы (2014), Халыҡтар дуҫлығы (2017), Салауат Юлаев (2008) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Новые ориентиры развития профессионального образования. Уфа, 2008 (авторҙ.); Человек в зеркале образования. М., 2013; Педагогика субъектно‑ориентированного образования. Уфа, 2016.

З.И.Исламова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019