Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘСӘКӘЕВТАР, йәмәғәт эшмәкәрҙәре

Просмотров: 306

ӘСӘКӘЕВТАР, йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Хөсәйен Солтан улы Ә. (1850, Пенза губ. Иҫке Аллағол а. — 19.1.1914, Өфө), 1877—78 йй. рус‑төрөк һуғышында ҡатнашыусы. 19 б. аҙ. – 20 б. башында ТәвкилевтәрҙеңӨфө имениеһы идарасыһы һәм хәйриә фонды попечителе, Ырымбур мосолман диниә назараты ҡаҙнасыһы. Уның ҡатыны Ғәйнихаят Ғәйнетдин ҡыҙы Ә. (?—29.9.1920, Транссебер т. юлының Сретенск ст.), 1912 й. Өфө губ. Мосолман ҡатын‑ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе. Уның балалары: Усман Хөсәйен улы Ә. (?—17.9.1920, Транссебер т. юлының Сретенск ст.), “Ғосмания” мәҙрәсәһен, Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлаған, 1910 йй. оло йәштәге мосолман ирҙәр һәм малайҙар өсөн Өфө приюты уҡытыусыһы, дир.; Ибраһим Хөсәйен улы Ә. [1888, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Күсем а. (хәҙ. БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 1937], “Ғосмания” мәҙрәсәһен тамамлаған, 1918—20 йй. Үҙәк мосолман комиссариатыныңфинанс бүлеге мөдире. Репрессиялана (1936), атыла. 1989 й. аҡлана; Мәҙинә Хөсәйен ҡыҙы Ә. (12.12.1895, Өфө — 22.5.1964, Истанбул ҡ., Төркиә), Мариин ҡыҙ балалар гимназияһын, М.А.Лохвицкая—Скалондың Юғары ҡатын‑ҡыҙҙар тәбиғәт фәндәре курстарын (Петроград, 1917) тамамлаған. Өфөлә, 1919 й. алып Харбин ҡ. (Ҡытай) уҡытыусы булып эшләй. 1933—45 йй. Иҙел‑Урал, Кавказ һәм Украина халыҡтарын милли ҡотҡарыу ком‑тының вице‑президенты (Шанхай ҡ., Ҡытай), 1946 й. алып Төркиәлә йәшәй; Зәйнәб Хөсәйен ҡыҙы Ә. (29.12.1897, Өфө — 29.1.1996, шунда уҡ), Мариин ҡыҙ балалар гимназияһын тамамлағандан һуң Өфөлә уҡытыусы булып эшләй. 1919 й. алып Харбинда, 1925—37 йй. һәм 1958 й. башлап Өфөлә йәшәй. Репрессиялана (1937), 50‑се йй. аҡлана.

А.Б.Юнысова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019