Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘСӘН, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 389

ӘСӘН, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Әсән а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 12 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 129 км алыҫлыҡта Кеүәш й. буйында, Мәскәү—Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы:1906й.—1438кеше;1920—1590; 1939—1130;1959—703;1989 — 1422; 2002 — 1662; 2010 — 1479 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Әсән урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, Бабич Ш. музейы, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1735 й. керҙәшлек килешеүе б‑са типтәрҙәр нигеҙ һала. Шул осорҙа бында ш. уҡ мишәрҙәр килеп ултырған, тип фараз ителә. Тәүге төпләнеүсе Әсән Әхмәров исеме м‑н аталған. 1865 й. 119 йортта 817 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, ҡалас бешереү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне, 16 сауҙа кибете булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, ел тирмәне, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ә. 16‑сы башҡорт кантоны үҙәге булған (1855). Ш.Бабич ошо ауылда тыуған.

Ф.Ғөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019