Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘСӘНОВ Фәнил Әбделһаҙый улы

Просмотров: 412

ӘСӘНОВ Фәнил Әбделһаҙый улы [30.12.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Боҙаяҙ а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 31.1.1995, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], яҙыусы. РСФСР‑ҙың (1980) һәм БАССР‑ҙың (1976) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Журналистар союзы (1958), Яҙыусылар союзы (1966) ағзаһы. Өфө юғары партия мәктәбен тамамлаған (1959). 1948 й. алып “Коммунизм юлы” гәз. яуаплы секретары, 1953—55 йй. ВЛКСМ‑дың Боҙаяҙ район ком‑ты секретары, 1959 й. башлап “Ҡыҙыл таң” гәз. әҙәби хеҙм‑ре, бүлек мөдире, 1963 й. — БАССР Журналистар союзында яуаплы секретарь, 1970—83 йй. Башҡ‑н респ. тыныслыҡты һаҡлау ком‑тының яуаплы секретары. “Йүкәләр сәскә атҡанда” исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1960 й. сыға. “Торналар кире ҡайта” (1968; урыҫса тәржемәһе 1981), “Яралы мөхәббәт” (1971), “Ҡыңғыраулы гармун” (1988) йыйынтыҡтарына ингән повестары һәм хикәйәләре мөхәббәт, ауыл йәштәренең әхлағы темаларына арналған. “Өмөт” (1985) романында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы башҡорт ауылы тормошо һүрәтләнгән. Н.Асанбаев м‑н авторҙашлыҡта яҙылған “Ғүмер уҙмай заяға”, “Алһыу таңдар” пьесалары, ш. уҡ “Тол ҡатын”, “Вәғәҙә” һ.б. пьесалары респ. театрҙары сәхнәләрендә ҡуйылған. Ә. исеме Боҙаяҙ урта мәктәбенәбирелгән, Өфөлә ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Йондоҙҙар яуғанда: йәшлек һәм мөхәббәт повестары. Өфө, 1974.

Әҙәб.: Н у р ғ ә л и н З.Ә. Билдәлелек яҡтыһында. Өфө, 1992.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019