Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘТЕК, Бөрйән р‑нындағы ауыл

Просмотров: 453

ӘТЕК, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Әтек а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 22 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 174 км алыҫлыҡта Ҡана й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 484 кеше; 1920 — 669; 1939 — 395; 1959 — 263; 1989 — 395; 2002 — 463; 2010 — 455 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Иҫке Собханғол урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған (уның улдары Сөләймән, Аллағол, Миңлеғол, Айытҡол Әтековтар билдәле). 1795 й. 37 йортта 250 кеше йәшәгән, 1866 й. 68 йортта — 368 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019