Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘҮЛИӘ

Просмотров: 442

ӘҮЛИӘ (ғәр. — изгеләр), хаҡ тормошо өсөн Алла тарафынан ҡурсалау һәм мөғжизәле көс (кәрәмәт) бирелгән фиҙаҡәр. Ә. күрәҙәселек, уйҙар уҡыу, ауырыуҙарҙан һауыҡтырыу, тәбиғи ҡазалар килтереү һәм булдырмау һәләтенә эйә була, тип иҫәпләнә. Ә. культы суфыйсылыҡта ныҡлы урын биләй. Халыҡҡа яҡын булыуы, дин иреген таныуы, дәрүиштәрсә көн итеүе (ҡара: Дини аскетизм) арҡаһында Ә. рәсми мосолман руханиҙарының ҡайһы бер вәкилдәренә ҡарағанда ҙурыраҡ абруй ҡаҙанған, шунлыҡтан бейҙәр, тархандар, стар­шиналар улар м‑н яҡынлашырға тырышҡан. Башҡортостанда Ә. табыныу урындары осрай: уларҙың ысын һәм уйҙырма ҡәберҙәре (ҡара: Зыярат); риүәйәттәр б‑са Ә. таяғы м‑н һу­ғыуҙан барлыҡҡа килгән һәм шифалы үҙенсәлектәргә эйә булған шишмәләр бар. Табыныу урындарында,бигерәк тә мосолман байрамдары ваҡытында, доғалар уҡыла, ҡорбан килтерелә һәм хәйер‑саҙаҡа бирелә. Ҡорбан килтергәндән һуң кеше йоҡлап китһә, Ә. рухы уны ишеткән, тип һанала. Халыҡ араһында Ә. булып З.Х.Рәсүлев, М.Сиражетдинов, Шәмиғол хәлфә, Ғ.Әбделмаликов һ.б. танылған.

Әҙәб.: С у л е й м а н о в а М.Н. О культе предков у башкир //Исторический опыт развития духовной культуры Башкортостана: тенденции, современность, перспективы. Уфа, 1992.

М.Н.Сөләймәнова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019