Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭЛАСТИК‑КУМУЛЯТИВ ЗАРЯДТАР

Просмотров: 421

ЭЛАСТИК‑КУМУЛЯТИВ ЗАРЯДТАР, детонаторға ҡапма‑ҡаршы булған өлөштә урынлашҡан сфера йәки конус кеүек уйымлы шартлаусан матдәләр заряды. Хәрәкәт шартлау ваҡытында химик реакция продукттарынан уйым тарафынан бирелгән йүнәлеш б‑са ташланған юғары тиҙлекле ағым барлыҡҡа килеүгә нигеҙләнә. Ағымдың үтеп инеү тәрәнлеге Э.‑к.з. диам. бәйле. Төрлө боеприпастар һәм шартлатыу сараларын (авиация бомбалары, артиллерия снарядтары, миналар һ.б.), тау тоҡомдарын икенсел ваҡлауға тәғәйенләнгән асыҡ зарядтар әҙерләүҙә, ш. уҡ нефть скважиналарын перфорациялауҙа һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда Э.‑к.з. эшләү б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1941—43 йй. Украина ССР‑ы Фәндәр академияһы эвакуацияланған осорҙа М.А.Лаврентьев тарафынан үткәрелә. Б.В. һуғышы йылдарында кумулятив тәьҫирле броня тишә торған снарядтар сығарыу ойошто­рола. 90‑сы йй. башында Ф.М.Ғәзизов, В.В.Рудаков тарафынан һығылмалы Э.‑к.з. етештереү технологияһы эшләнә, уларға һынау ИПТЭР‑ҙа үткәрелә, “Авангард” пр‑тиеһында сериялы етештерелә башлай. Улар буйға осло конус һымаҡ уйымлы (металл йәки металл полимеры м‑н ҡапланмаған) төрлө диам. һығылмалы цилиндрик шнурҙан ғибәрәт. Утилләштерелгән иҫке баллистит яғыулыҡтар нигеҙендәге баллистит дарылар технологияһы б‑са әҙерләнә. Металл һ.б. материалдарҙан эшләнгән конструкцияларҙы киҫеү (торбалар, үткәргес торбалар, һауыттар, башнялар һ.б.), уларҙа тишектәр эшләү, тау тоҡомдарының ҙур булмаған ки­ҫәктәрен, бетон йәки таш м‑н арматураланған блоктарҙы һ.б. ватыу өсөн ҡулланыла.

Әҙәб.: Лаврентьев М.А. Кумулятивный заряд и принципы его работы //Успехи математических наук. Т.12. Вып. 4. 1957; Забабахин Е.И. Явления неорганической кумуляции //Механика в СССР за 50 лет. Т.2. М., 1970.

Ф.М.Ғәзизов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019