Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ЭЛЕКТРОАППАРАТ”, ААЙ

Просмотров: 173

“ЭЛЕКТРОАППАРАТ” Ө ф ө з а в о д ы, ААЙ. Электр бүлеү һәм көйләү аппаратураһын етештерә. Өфөлә урынлашҡан. Составына әҙерләү, йыйыу, табаҡ эшкәртеү һәм штамплау, лак‑буяу һәм гальваник ҡаплау, инструменттар, транспорт цехтары инә. 2010 й. 515 кеше эшләгән; 36 дана вакуумлы һүндергес, 37 — өрҙөрөү м‑н автоматлаштырылған идара итеү шкафы, 210 — комплекслы бүлеү ҡоролмаһы һәм 6 дана трансформатор подстанцияһы, подстанциялар өсөн 921227 дана төрлө деталь етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла.

1941 й. Өфөгә эвакуацияланған И.В.Сталин ис. Харьков электромеханика з‑дының А2 цехы базаһында 656‑сы дәүләт з‑ды булараҡ ойошторола (Өфө электромеханика з‑ды бу­лараҡ билдәле), 1957 й. алып Өфө түбән вольтлы электр аппаратураһы з‑ды(предохранителдәр, бүлеү йәшниктәре, универсаль күсерткестәр һ.б. сығарылған), 1977—87 йй. “Электроаппарат” Башҡ‑н ПБ составында була, 1988 й. башлап хәҙ. исемдәге Өфө з‑ды (1990—95 йй. көнкүреш техникаһы етештергән; 1995 й. алып Өфө дәүләт производство пр‑тиеһы), 2000 й. хәҙ. статусын ала. 2004 й. башлап “Электрозавод” холдинг компанияһы ААЙ (Мәскәү) составына инә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019