Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭЛЕКТРОН‑ПАРАМАГНИТ РЕЗОНАНСЫ (ЭПР)

Просмотров: 439

ЭЛЕКТРОН‑ПАРАМАГНИТ РЕЗОНАНСЫ (ЭПР), даими магнит ҡырында урынлаштырылған парамагнит өлөшсәле матдәләрҙә электромагнит нурланышы энергияһын резонанслы йотоу күренеше; радиоспектроскопия ысулы. Парлы электрондарһыҙ системаларҙа магнит моменттары даими магнит ҡыры булмағанда — ирекле, булғанда ҡыр буйлап йәки ҡапма‑ҡаршы йүнәлтелә, билдәле ҡиммәткә эйә була (электрондарҙың энергия кимәлен тарҡатыу). Барлыҡҡа килгән ярым кимәлдәр алыҫлығы ҡырҙың көсөргәнешенә бәйле. Электрондарҙың ярһыған хәленән күскән ваҡытта артып ҡалған энергияһы башлыса тирә‑яҡ мөхит — рәшәткә (спин‑рәшәткә релаксацияһы), электрондар (спин‑спин) м‑н энергия алмашыуға яңынан бүленә. ЭПР ярымүткәргестәрҙә, эретмәләрҙә һәм күсмә металдар, газдарҙың иондары булған быялаларҙа күҙәтелә. ЭПР спектрҙары радиоспектрометрия ярҙамында теркәлә. Төп параметрҙары: резонанс линияһының интенсивлығы, формаһы һәм киңлеге, Ланде (g‑фактор) спектроскопик тарҡалыу факторы, нәҙек (төрлө ҡиммәтле ҡырҙа нурланыш йотолоуы арҡаһында 1‑ҙән ашыу парһыҙ электроны булған парамагнит иондары спектрҙарында барлыҡҡа килә) һәм үтә нәҙек (парһыҙ электрон магнит моментының ядроларҙың магнит моменттары м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешеүенән ғибәрәт) структура константаһы. Үҙ‑ара тәьҫир итешеү анизотроп (диполь‑диполь) йәки изотроп (контактлы); конфигурациялы (мәҫ., спин полярлашыуы) булыуы мөмкин, йәки үтә юғары бәйләнеш (орбиталдәрҙең ҡапланыуы) эффекты осрай. Ысул модификациялары: икеләтә электрон‑ядролы (ЯМР йышлығы өлкәһендә СВЧ‑нурланыш һәм үҙгәреүсән магнит ҡырының бер үк ваҡытта тәьҫир итешеүе) һәм электрон‑электрон (бер үтә нәҙек күсеш интенсивлығы кәмеүе бер үк ваҡытта икенсеһе туйынғанда үлсәнә) резонанстары; электрон спин шаңдауы ысулы (ЭПР шарттарында ҡыҫҡа һәм ҡеүәтле СВЧ‑импульстар тәьҫир итеүе ваҡытында); оптик детекторлаусы ЭПР (кристалдарҙа һәм шыйыҡ фазаларҙа радиация йәки УФ йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килгән радикаль парҙарҙа ирекле радикалдарҙы билдәләү). Иондың валент хәлен, кристаллик ҡырҙың симметрияһын билдәләү, окисланыу һәм яныу күп баҫҡыслы процестарының кинетикаһын, термодинамикаһын, радиация химияһында, фотохимияла, катализда иондарҙың комплекслы барлыҡҡа килеүен, органик ирекле радикалдарҙың һәм ион‑радикалдарҙың төҙөлөшөн һәм реакция һәләтен, ҡатнаш бәйләнешле полимер системаларын һан б‑са өйрәнеү өсөн ҡулланыла. ЭПР спектрҙарындағы динамик эффекттар (айырым компоненттарҙың специфик киңәйеүе) алмашыу (электрон, лиганд), радикалдарҙа айырым фрагменттарҙың өйрөлөү һ.б. процестарын һан яғынан өйрәнеүгә булышлыҡ итә. Башҡортостанда тәүге ЭПР‑спектрометр 1972 й. Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты) урынлаштырыла. Е.Е.Заева етәкс. парамагнит өлөшсәләренең фаза‑ара тәьҫир итешеүе өлкәһендә тикшеренеүҙәр үт­кәрелә. 1975—2009 йй. Р.Ә. Садиҡов тарафынан ЭПР һәм ядроларҙы химик полярлаштырыу ысулдарын ҡулланып радикаллы реакциялар, ш. иҫ. каталитик реакциялар, эҙләнә; Бөтә Союз нефть промыслаһы геофизикаһы ҒТИ м‑н берлектә (ҡара: “Геофизика”) парамагнит өлөшсәләр ҡулланып һәм артабан ЭПР‑детекторлау ярҙамында ер аҫты шыйыҡсалары ағымын өйрәнеү ысулы эшләнә.

Л.М.Хәлилов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019