Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЭЛЕКТРОХИМИК КҮСЕРЕҮ‑ТИШЕҮ СТАНОГЫ

Просмотров: 413

ЭЛЕКТРОХИМИК КҮСЕРЕҮ‑ТИШЕҮ СТАНОГЫ, электродлы инструменттың тишкес башын күсереү һәм ток үткәргән материалдарҙан яһалған әҙерләмәләрҙә даими киҫелештәге тишектәр эшләү технологик операцияһын башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән. Э.к.‑т.с. тирбәлеүсе электродлы инструмент ярҙамында импульслы электрохимик эшкәртеү ысулы ҡулланыла. Медицина техникаһы, зәргәр изделиелары, инструменттар һ.б. етештергәндә форма яһау ҡорамалдарын (штамптар, ҡойоу һәм преслау формалары), һырлы ырмалар һәм тишектәр эшләү, ҡатмарлы фасонлы йөҙҙәр алыу өсөн файҙаланыла. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. алып Технология ғилми‑тикшеренеү ин‑тының (Һарытау ҡ.) 106‑сы лаб., “Новотех” пр‑тиеһында (икеһе лә — Өфө), Электрохимик эшкәртеү теорияһы һәм технологиялары проблемалары ҒТИ‑нда, “Искра” ғилми конструкторлыҡ‑технология бюроһында (икеһе лә — ӨДАТУ эргәһендә) Э.к.‑т.с. уйлап табыу б‑са ғилми тикшеренеүҙәр һәм проект эштәре үткәрелә (С.В. Безруков, Н.З.Ғимаев, А.Н.Зайцев, Р.Ә. Зарипов, А.К.Журавский, А.П. Семашко һ.б.). СЭП‑902А (4420Ф11), СЭП‑904, СЭП‑905, СЭП‑907, ЕСМ‑1500, ЕТ‑500, ЕТ1000, ЕТ3000, ЕТ6000‑3D һ.б. моделле станоктар Юғары аныҡлыҡтағы станоктар эшләү з‑дында (Стәрлетамаҡ ҡ.) һәм Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводында, “ЕСМ” ЯСЙ‑нда (Өфө) һ.б. сығарыла.

Әҙәб.: Технология и оборудование для прецизионной электрохимической размерной обработ­ки /А.Н.Зайцев [и др.]. М., 1990 (Машиностроительное производство. Серия: Прогрессивные технологические процессы в машиностроении; вып. 4).

А.Н.Зайцев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019