Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘҮРЕЗТАМАҠ ХАЗИНАҺЫ

Просмотров: 605

ӘҮРЕЗТАМАҠ ХАЗИНАҺЫ, 8—9 бб. археологик ҡомартҡыһы. 1989 й. юл эштәре башҡарған саҡта Әлшәй р‑ны Әүрезтамаҡ а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Әүрез й. (Дим й. ҡушылдығы) уң ярында табылған. Сасаниҙар Ираны һәм Төрки ҡағанаты мәҙәниәте йоғонтоһонда формалашҡан Согдий сәнғәт мәктәбенә ҡараған 21 көмөш әйбер табылған. Хазинаның бер өлөшө урланған, 11 әйбер һаҡланып ҡалған. Ике табаҡтың береһе (диам. 36,5 см) үҫемлек орнаменты м‑н биҙәлгән, уртаһында ҡыр сусҡаһына һөңгө сәнскән һыбайлы һүрәте төшөрөлгән; икенсеһендә (диам. 24,5 см) муйынындағы шарфын ялбыратҡан тау кәзәһе (иран уңыш аллаһы образы һәм Хваренаның бөйөклөгөн сағылдыра) һүрәтләнгән. 7 һауыт фрагменты: дөйә тояғы формаһындағы 3 һауыт аяғы, бөгөлгән томшоҡло фил башына оҡшаған 2 һауыт тотҡаһы һәм ятҡан барыҫҡа ҡулы м‑н таянған кеше һынына оҡшаш 2 тотҡа, үгеҙ һәм дөйә баштарына оҡшатып эшләнгән 2 мөгөҙ рәүешендәге (кубок) һауыт табылған. Ә.х. материалдары Стәрлетамаҡ музейында һаҡлана.

Т.В.Барынина, В.А.Иванов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019