Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘҮСӘХОВ Рудоль Рәйес улы

Просмотров: 401

ӘҮСӘХОВ Рудоль Рәйес улы (7.11. 1951, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Яңы Күктау а.), архитектор. БР‑ҙың атҡ. архитекторы (1993), РФ‑тың почётлы архитекторы (2011). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1978). Мәскәү архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (1975) 1988 й. тиклем “Башкиргражданпроект” ин‑тының архитекторы, баш архитекторы, 1998—2000 йй. директоры. 1988—98 йй. БР Төҙөлөш эштәре б‑са дәүләт ком‑ты рәйесе урынбаҫары, бер үк ваҡытта БР‑ҙың баш архитекторы, 2002 й. алып “Башгипронефтехим” ин‑тында, 2010 й. — “Нефтегазпроект”ин‑тында,2013 й. — Сәнәғәт һәм граждандар объекттарын проектлау ин‑тында (бөтәһе лә — Өфө) проекттарҙың баш архитекторы. БР Архитекторҙар союзы идараһы рәйесе (1987—94, 1997—2000). 150‑нән ашыу проект авторы. Өфөлә Ә. проект­тары б‑са Революция урамында студенттар ятаҡтары комплексы (1978), Дуҫлыҡ микрорайонында торлаҡ йорттар, ш. иҫ. тәүге 16 ҡатлы йорттар (1978—96, авторҙашлыҡта), Төньяҡ‑2 (1979—81), Глумилин‑4 (1980—82) микрорайондары, “Кувыкин” сауҙа комплексы (2004) төҙөлә; БР Профсоюздар федерацияһы бинаһы реконструкциялана (1986; авторҙашлыҡта). Ә. проекттары б‑са төҙөлгән Ғәлимй.Ғ.Ибраһимов (1997), З.А.Биишева (1998, авторҙашлыҡта) музейҙары биналарының архитектураһында башҡорт халыҡ төҙөү сәнғәте мотивтары сағылыш тапҡан.

Е.И.Донгузова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019