Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХИРӘТТӘР”, ансамбль

Просмотров: 297

ӘХИРӘТТӘР”, Әбйәлил район мәҙәниәт йортоноң (Асҡар а.) фольклор ансамбле. 1982 й. ойошторола, 1990 й. “халыҡ” исемен ала. Репертуарына башҡорт халыҡ йырҙары (“Бейеш”, “Порт‑Артур”,“Сибай”,“Таштуғай”, “Төйәләҫ”, “Һандуғас”), бәйеттәр (“Урал тураһында бәйет”, “Ризалыҡ бәйете”, “Саҡ‑Суҡ”), мөнәжәттәр (“Сабырлыҡ”, “Ураҙа мөнәжәте”), ансамблдә ҡатнашыусылар М.Ә.Минһажева, М.Ш.Нурғәлина шиғырҙарына таҡмаҡтар, бала тыуыуға бәйле йолаларҙы (“Исем ҡушыу”), туй йолаларын (“Ҡыҙ оҙатыу”, “Килен ҡаршылау”) тергеҙгән, башҡорттарҙың традицион көнкүрешенә (“Йәйләү”), мосолман байрамдарына һ.б. арналған театрлаштырылған тамашалар инә. “Туғанлыҡ” фестивалендә (Өфө, 1991), ТАССР‑ҙа БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә (Ҡазан, 1989) ҡатнаша. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була. Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале (1987), респ. тальян байрамы (1985; икеһе лә — Өфө), “Моңға бай гармун байрамы” (Яңауыл ҡ., 2005) һ.б. лауреаты. К.Әхмәтйәнов ис. пр. лауреаты (2000). Ойоштороусыһы — Н.Х.Әҙелғужина. Художество етәкселәре: Ә.Ф.Ғайсина, Нурғәлина.

Әҙәб.: Ш ә к ү р Р. Әхирәттәр //Сыңрау торналар иле. Өфө, 1996.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019