ӘХИӘРОВ Влер Хатип улы
ӘХИӘРОВ Влер Хатип улы (1.2. 1938, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Тамъян а. — 4.5.2001, Мәскәү), тау инженеры. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1986). РСФСР‑ҙың атҡ. геологы (1989). Төмән индустриаль ин‑тын тамамлаған (1971). 1957 й. алып Берёзовка комплекслы геол.‑разведка экспедицияһында (Төмән өлк.); 1961 й. башлап Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда өлкән техник; 1962 й. алып Усть‑Балык нефть разведкаһы экспедицияһында (Нефтеюганск ҡ.) каротаж партияһының техник етәксеһе, нач., 1966 й.—Төмән комплекслы геол.‑разведка экспедицияһының баш геофизигы,1970 й. — Төмән тематик партияһының баш геофизигы, начальнигы. 1987 й. башлап Бөтә Союз шартлау технологиялары б‑са ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑ты (Раменское ҡ., Мәскәү өлк.) дир., 1992 й. — Геомәғлүмәт системалары ҒТИ‑нда (Мәскәү) автоматлаштырыу бүлеге начальнигы. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть геологияһына һәм геофизикаһына бәйле. Ә. тарафынан нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эҙләү, разведкалау һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн акустик һәм нейтрон каротажының юғары информатив импульслы ысулдары эшләнгән һәм индерелгән. Уның ҡатнашлығында Көнбайыш Себерҙең нефть һәм газ ятҡылыҡтары (Көньяҡ Балык, Мамонт, Усть‑Балык һ.б.) асылған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1982).
Х е ҙ м.: Методология создания геолого‑геофизической базы знаний при компьютерной технологии изучения нефтегазоносных провинций //Геофизика. 1996. №3 (авторҙ.).
А.В.Әхиәров
Тәрж. Э.М.Юлбарисов