Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘҘИЕВ Әнүәр Хәким улы

Просмотров: 392

ӘХМӘҘИЕВ Әнүәр Хәким улы [3.1. 1914, Өфө губ. Златоуст өйәҙе (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) Арый а. – 24.12.1996, Өфө], халыҡ бейеүҙәрен башҡарыусы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1985). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт сәнғәт техникумын (1933), К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын (1949) тамамлаған. 1933—36 йй., 1938—41 йй. Баймаҡ (ҡара: Сибай башҡорт драма театры), Ҡыйғы колхоз‑совхоз театрҙары, БАДТ актёры. 1949 й. алып Нуриман р‑ны Иҫке Күл урта мәктәбе дир., 1950 й. башлап БАССР Мәғариф министрлығы инспекторы, 1952—75 йй. ӨАИ‑ла уҡыта. Ә. бейеү сәнғәте башҡорт халыҡ бейеүенә хас булған хәрәкәтсәнлек һәм үҙенә бер төрлө пантомимик тәьҫирлелек м‑н айырылып торған. Репертуарында “Байыҡ”, “Ҡара юрға”, “Һунарсы” (ҡара: “Перовский”) һ.б. бейеүҙәр булған. “Перовский” бейеүенең сәхнә вариантын булдыра, уның тәүге башҡарыусыһы була (1936). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Р.З.Шәкүров Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019