Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘҘИЕВА Рәйсә Рәхим ҡыҙы

Просмотров: 356

ӘХМӘҘИЕВА Рәйсә Рәхим ҡыҙы [26.11.1924, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Үрге Ҡыйғы а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 24.2.2002, Өфө], йырсы (меццо‑сопрано). БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1972). Мәскәү консерваторияһын тамамлаған (1956; Г.А.Мальцева класы). 1955—65 йй. БДОБТ солисы, бер үк ваҡытта 1957—2002 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһы уҡытыусыһы. Йырсының тауышы йомшаҡ тембр, нескә тәьҫирлелек м‑н айырылып торған. Уның башҡарыу манераһына хислелек, муз. образдарҙы үҙенсәлекле интерпретациялау хас булған. Төп партиялары: Дуняша (“Батша кәләше” — “Царская невеста”, Н.А.Римский‑Корсаков; дебют, 1955), Ольга (“Евгений Онегин”, П.И.Чайковский), Маддалена (“Риголетто”, Дж.Верди), Сәлимә (“Салауат Юлаев”), Лолита (“Циркта ут ҡабына” — “Цирк зажигает огни”, Г.С.Милютин) һ.б. Концерт репертуарына классик әҫәрҙәр һәм эстрада йырҙары ингән. Т.Ш.Кәримов, Ш.З.Ҡолбарисов, Р.Ә.Мортазин, Н.Ғ.Сабитов, Р.В.Сәлмәновтың вокаль әҫәрҙәрен тәүге башҡарыусы. Уҡыусылары араһында Ф.Ф.Гәрәев, А.В.Смаҡова, Ғ.З.Сәфәрғәлин, БР‑ҙың атҡ. артисы О.З.Килмөхәмәтов, М.М. Усманов, халыҡ‑ара һәм респ. конкурстары лауреаты Ф.М. Сәфәрғәлиева бар. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашҡан (1955). Сәнғәт училищеһы тарихы музейына нигеҙ һалыусы.

Х е ҙ м.: Габдурахман Хабибуллин. Уфа, 1973; Бану Валеева. Уфа, 1974; Уфимское училище искусств. Уфа, 1992 (авторҙ.).

Ф.А.Фәйезова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019