Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘҘУЛЛИН Камил Рамаҙан улы

Просмотров: 343

ӘХМӘҘУЛЛИН Камил Рамаҙан улы (2.4.1945, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Яңы Сафар а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2006). РФ‑тың Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1996), БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (2000). ӨНИ‑не (1967), СССР халыҡ хужалығы акад. (Мәскәү, 1987) тамамлаған. 1967 й. алып Төньяҡ‑Көнбайыш Магистраль нефть үткәргестәре идаралығында (Бөгөлмә ҡ.) эшләй: 1970 й. алып “Быков” нефть ҡыуыу ст. нач., 1974 й. – баш технолог‑нач. урынбаҫары. 1981 й. башлап Нефть һәм газ сәнәғәте пр‑тие­ларын төҙөү министрлығы ойошмаларының һәм пр‑тиеларының эшмәкәрлеген координациялау б‑са баш терр. производство‑ойоштороу идаралығы нач. (Ҡазан), 1983 й. — Үҙәк Себер магистраль нефть үткәргестәре идаралығы нач. (Томск ҡ.), 1988 й. алып Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ҒТИ‑нда бүлек мөдире, 1994—2010 йй. “Уралтранснефтепродукт” ААЙ‑нда ген. дир. (икеһе лә – Өфө). Фәнни тикшеренеүҙәре энергияны һаҡлау һәм магистраль нефть продукттарын үткәргестәр объекттарын электр энергияһы м‑н автономиялы тәьмин итеү проблемаларына арналған. Ә. етәкс. нефть продукттарын энергия һаҡлап күсереү технологиялары һ.б. эшләнә һәм индерелә. 40‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы. БР Дәүләт Йыйылышы— Ҡоролтайҙың 2—3‑сө саҡырылыш депутаты. “Почёт Билдәһе” (1981), Халыҡтар дуҫлығы (2004) орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019