Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘҘУЛЛИНА Хәмиҙә Миңвәли ҡыҙы

Просмотров: 350

ӘХМӘҘУЛЛИНА Хәмиҙә Миңвәли ҡыҙы (26.10.1959, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Олокүл а.), гигиенист‑эпидемиолог. Мед. ф. д‑ры (1998), проф. (2000). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2015), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1984) Бөрө мед. уч‑щеһында уҡыта, 1989 й. алып Бөрө пед. ин‑тының системалы һаулыҡ проблемалары, тергеҙеү медицинаһы һәм валеология каф. мөдире. 2001 й. башлап Көнсығыш иҡт.‑юридик гуманитар акад. эшләй: педагогика һәм психология ф‑ты деканы, 2007—17 йй. психология һәм соц.‑мәҙәни эштәр ин‑ты директоры. Фәнни эшмәкәрлеге респ. ҡатын‑ҡыҙҙарының мед.‑соц. проблемаларын өйрәнеүгә арналған. Ә. тарафынан мәктәпкәсә йәштәге һәм мәктәп йәшендәге ҡыҙ балаларҙың физик үҫеш стандарттарын билдәләү б‑са төбәк программалары, ҡатын‑ҡыҙҙар һаулығы торошон билдәләү өсөн баһалау‑прогнозлау таблицалары эшләнә һәм мед. практикаһына индерелә. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Здоровье населения и образовательная политика. Уфа—Братислава, 2016 (авторҙ.); Социальное благополучие населения (по результатам социологического мониторинга общественного мнения жителя г. Уфы). Уфа, 2016 (авторҙ.); Экология и здоровье человека. Уфа, 2017 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019