Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘР ҠӘБЕРЛЕГЕ II, 3—4 бб. археологик ҡомартҡыһы

Просмотров: 496

ӘХМӘР ҠӘБЕРЛЕГЕ II, 3—4 бб. археологик ҡомартҡыһы. Ишембай р‑ны Әхмәр а. көньяҡҡа табан 0,3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1972 й. С.М.Васюткин тарафынан асылған һәм 1972—74 йй. тикшерелгән. Ҡурғанлы ҡәберлектәр иҫәбенә инә, 24 ҡурған өйрәнелгән. Мәйеттәр ябай ҡәбер соҡорҙарында (тәрәнлеге 0,5—0,75 м) салҡан һалып, баштары м‑н төньяҡҡа ҡаратып ерләнгән, баш һөйәген яһалма рәүештә деформациялау билдәләнгән. Баш осонда балсыҡ һауыт, аяҡ осонда ҡорбан ашы ҡалдыҡтары (һарыҡ йәки ат һөйәктәре) табылған. Керамика яҫы төплө ҡалын стеналы биҙәкһеҙ һауыттарҙан (көршәктәр, сеүәтәләр, йәйпәктәр һ.б.) ғибәрәт. Ҡәберҙәргә бронза беләҙектәр, пластинкалар, ҡаптырмалар, фибула­лар, бронза һәм көмөш һырғалар һ.б. һалынған. Ҡомартҡы Урал яны һуң сармат осоро халҡының (ҡара: Сарматтар) һәм һундарҙың үҙ‑ара йоғонтоһо процестарын сағылдыра. Ә.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: В а с ю т к и н С.М. II Ахмеровский курганный могильник //Исследования по археологии Южного Урала. Уфа, 1977.

Ф.А.Сөнғәтов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019