ӘХМӘРОВА Нурия Миңлейәр ҡыҙы
ӘХМӘРОВА Нурия Миңлейәр ҡыҙы [22.9.1956, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Әбет а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны)], педагог. Пед. ф. д‑ры (2004). СДПИ‑ны тамамлаған(1980),1983 й. алып шунда уҡ эшләй: 1996 й. башлап көндөҙгө уҡытыу б‑са декан урынбаҫары, 1997 й. алып башланғыс уҡыу педагогикаһы һәм методикаһы каф. мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1999—2009 йй. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре башланғыс класс уҡытыусыларында проф. үҫеш ихтыяжын формалаштырыу проблемаларына арналған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Х е ҙ м.: Этнокультурный подход в подготовке социального педагога в условиях Башкортостана. М., 2003; Педагогические условия повышения эффективности развивающего обучения в среднем звене общеобразовательной школы. Стерлитамак, 2008 (авторҙ.).
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина