Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘРОВА Флүрә Дәүләтхан ҡыҙы

Просмотров: 569

ӘХМӘРОВА Флүрә Дәүләтхан ҡыҙы [14.11.1928, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Үрге Ҡарыш а. (БР‑ҙың Балтас р‑ны) — 20.3.2004, Өфө], педагог‑методист, тыуған яҡты өйрәнеүсе. РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1964). К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1950) Ҡандра районы, ТАССР‑ҙың Ширәмәт р‑ны, Өфө мәктәптәрендә уҡытыусы, Өфө ҡала халыҡ мәғарифы бүлегенең методика кабинеты мөдире, 1974—89 йй. шифахана тибындағы “Салют” пионер лагеры мәктәбенең дир. урынбаҫары булып эшләй. 30 йылдан ашыу тыуған яҡты өйрәнеүм‑н шөғөлләнгән. Ә. тәүгеләрҙән булып мәктәптәрҙә тыуған яҡты өйрәнеү материалын ҡулланып уҡытыуҙы дифференциациялау өлкәһендә эшләгән. Башҡорт мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн 1962—91 йй. нәшер ителгән урыҫ теле дәреслектәренең, уларға уҡытыу‑методик әсбаптарҙың авторы һәм авторҙашы, тыуған яҡты өйрәнеү б‑са китаптар авторы. Өфөнөң тыуған яҡты өйрәнеүселәр клубын ойоштороусы һәм уның рәйесе (1992—2004), 2004 й. клубҡа уның исеме бирелә (ҡара: Әхмәрова Ф. исемендәге тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте). 2005 й. алып Өфөлә Ә. ис. ҡала тыуған яҡты өйрәнеүселәр уҡыуҙары үткәрелә.

Х е ҙ м.: Дифференцированное обучение на уроках русского языка. М., 1983; Русский язык: учеб. для 2 класса башкир. школы. Уфа, 1991 (авторҙ.); Мне не в чем каяться, Россия, пред тобой: Николаевский Борис Иванович (1887—1966). Уфа, 2003.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019